

Түбәнге Төкөн мәктәбендә бөтәһе 29 бала, 2 уҡыусы өйҙә уҡый. Күрше Үрге Төкөн ауылынан да йөрөп уҡыйҙар. Уларҙы иртән автобус килтереп, кире алып барып ҡуя. Уҡыусылар аҙ, ләкин юғары белем алырға ынтылыштары көслө. Белем биреү учреждениеһында үҙенең һөнәренә тоғро һәм талантлы, бөгөнгө көн талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән 8 педагог эшләй. Уларҙың барыһы ла тәжрибәле, өс уҡытыусы юғары категорияға эйә, ә ҡалғандары - беренсе категориялы. Уҡытыусыларҙың эштәре һәр ваҡыт юғары баһаланып тора. Бөтә уҡытыусылар ҙа район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә, яңыраҡ хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Ғәли Гәрәй улы Байғусҡаров һәм химия һәм биология фәндәренән белем биреүсе Гөлназ Шәкирйән ҡыҙы Ғәлиәхмәтова район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгәндәр. Мәктәп директоры Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы Үтәкова 2021-2022 уҡыу йылында яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәткән өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығынан Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Шулай уҡ төрлө һөнәри конкурстарҙа, форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә мәктәп уҡытыусылары.
Үткән уҡыу йылында 9-сы класты 6 уҡыусы тамамлаған. Бөтәһе лә үҙҙәре теләгән һөнәрҙе һайлап, техникум-колледждарҙа уҡыуын дауам итә. Бер уҡыусы Аделина Хөсәйенова башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға теләп, М.Аҡмулла исемендәге педагогия университеты янындағы педагогия колледжына уҡырға ингән. Мәктәбебеҙҙе тамамлап, район мәктәптәрендә һәм башҡа өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөгән уҡыусыларыбыҙ күп.
Яҡшы йыһазландырылған информатика кабинеты, спорт залы, матур ашхана, спорт майҙансығы, китапхана – былар барыһы ла белем биреү сифатын арттырыуға, уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороуға булышлыҡ итә. Яҡты, иркен коридорҙар, заманса техник саралар менән тәьмин ителгән класс бүлмәләре, һәр ерҙә балаларҙың шат, ихлас тауышы яңғырай.
- Уҡыусыларыбыҙ төрлө район, республика кимәлендә үткән конкурс, олимпиадаларҙа йыш ҡатнаша һәм еңеү яулай. Финанс грамоталылыҡ буйынса “Мозговой штурм” Бөтә Рәсәй Чемпионатында уңышлы сығыш яһап, сертификат алдылар. 9-сы класс уҡыусыһы Айназ Хөсәйенов “Беҙҙең тарих” Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу турын үтеп, Мәскәүҙә булды, сертификат менән билдәләнде. Балаларға белем биреүҙән тыш, уларҙың ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында ла эшләйбеҙ. “Йәш лидер”, “Театр һәм балалар”, “Ҡурай” түңәрәктәрендә балалар ихлас шөғөлләнә. Бынан тыш, мәктәптә 2015 йылдан “Йылҡысылыҡ, иппотерапия” секцияһы эшләп килә,- ти мәктәп директоры Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы.
Түбәнге Төкөн мәктәбе бөгөн дә заман талаптарына яраҡлашып, гөрләп эшләй. Киләсәктә лә яулайһы уңыштары мул булһын. Балаларҙы аң-белемгә әйҙәп тороусы йылы һәм яҡты усаҡ һүнмәһен!