

Түбәнге Төкөн ауылда “Аҡ мәсет” исемле иман йорто 2011 йылда асыла. Шунан бирле ул уңышлы ғына эшләп килә. Мәсеттә ололар, балалар менән дини дәрестәр алып барыла, дини байрамдар уҙа, һәр көн аҙан тауышы яңғырай.
“Аҡ мәсет” имам-хатибы Ринат Хәсәнов халыҡты изге юлға өндәүсе, иманға ҡайтарыусы булып тора.
Ринат Әхтәм улы йәштән тыуған ауылында төпләнә. Дин юлына килгәнсе, төрлө өлкәләрҙә эшләй. Бына ике йыл элек күңел талабы буйынса намаҙға баҫа.
- Хоҙай ярҙамы менән намаҙҙы бер аҙна эсендә ятлап алдым. Тәүге йылда бер көнөн дә ҡалдырмайынса ураҙа тоттом. Күрше ауыл мәсете имамы Урал хәҙрәткә, Наилә абыстайға рәхмәтлемен. Улар миңә бөтә нескәлектәрен өйрәттеләр, дөрөҫ йүнәлеш бирҙеләр. Ҡөрьән китаптары ла уҡыйым. Өләсәйем абыстай булып йөрөй торғайны. Беҙ бәләкәй саҡта ул хәҙистәр, Фирғәүен тураһында күп һөйләй ине. Беҙ уны әкиәт кеүек итеп тыңлай торғайныҡ. Әле килеп бына иман юлына баҫҡас, шуларҙы иҫкә төшөрәм. Ғилем алам тигән кешегә бөтә мөмкинлектәр бар. Әлеге мәлдә дистанцион рәүештә Төркиәнән Данис хәҙрәт төрлө дәрестәр алып бара. Тағы ла Октябрьский ҡалаһы мәҙрәсәһендә ситтән тороп 2-се курста уҡып йөрөйөм. Ураҙа айында Өфө ҡалаһынан Морат хәҙрәт килеп, мәсеттә балаларға ғәрәп телен өйрәтеп китте. Шул ваҡытта мин дә өйрәнеп ҡалдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бындай дәрестәр туҡтатылып тора. Дәрестәр үткәреү өсөн махсус таҡта кәрәк, мәсетте йылытыу мөһим. Яҡты киләсәктә был мәсьәләләрҙе атҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым, - ти Ринат Әхтәм улы.
Ауылда иманға баҫыусылар, ураҙа тотоусылар һаны ла артыр. Аҙан тауыштары һәр ваҡыт ишетелеп торор, кешеләр көн дә изге йортҡа килер, намаҙ уҡыр, сабыйҙарға исем ҡушылыр, йәштәргә никах уҡылыр, ата-бабаларыбыҙға доғалар ҡылыныр, тигән изге өмөттәр менән йәшәй ауылдың имам-хатибы. Иншаллаһ, шулай булһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.