Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Март 2023, 15:19

2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән

Туймазы районында сабый менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, тип хәбәр итә "Башинформ"

2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән
2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән

2 март кисендә Туймазы районында сабый менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Әсәнең һүҙҙәренсә, 2 йәшлек малай сынаяҡтағы ҡайнар сәйҙе үҙенең өҫтөнә түккән, тип хәбәр итә "Башинформ".

Баланың тәне бешкән. Уны ашығыс рәүештә урындағы дауахананың реанимация бүлегенә килтергәндәр. Медиктар II дәрәжәләге термик бешеү тигән диагноз ҡуйған.

«Башинформ» сабыйҙың хәлен һорашып, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте.

«Пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта. Баланы Өфөгә, тән бешеү үҙәгенә оҙатҡандар»,  — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-03-03/v-bashkirii-2-letniy-rebenok-obvarilsya-kipyatkom-3164212

Фото:Ксения Калинина

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-03-03/bash-ortostanda-2-y-shlek-bala-aynar-yu-a-beshk-n-3164395

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас