Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Март 2023, 17:13

Сирҙәр ҡоторған мәлдә бигерәк тә файҙалы

Шифалы төнәтмә организмды һәм иммун системаһын нығыта, матдәләр алмашыныуын яйға һала, ҡан тамырҙарын зарарлы матдәләрҙән таҙарта.Тағы ла...

Сирҙәр ҡоторған мәлдә бигерәк тә файҙалыСирҙәр ҡоторған мәлдә бигерәк тә файҙалы
Сирҙәр ҡоторған мәлдә бигерәк тә файҙалы

Ылыҫлы-лимонлы төнәтмәнең файҙаһы шул тиклем ҙур. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа инфекция һәм вируслы сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн бик яҡшы сара ул.

Уны нисек әҙерләргә?

Ике стакан ваҡланған ҡарағай ылыҫына ярты литр һыу ҡойоп, уға бер ус гөлйемеш ҡушып, ҡайнатып сығарырға. Уттан алып бер аҙ һыуытҡас, бер лимондың һутын өҫтәргә. Эсемлекте бер тәүлек тотоп, һөҙгәс, ул ҡулланыуға әҙер.

Төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алдан 100-әр миллилитрлап эсергә. Сәләмәт булайыҡ!

Фото:take-tea.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас