

Уңған хужабикә һәр сәскәнең дөрөҫ ултыртыуҙан алып уны нисек туҡландырыу кәрәклегенә тиклем белә.
- Минең әсәйем сәскә үҫтерергә бик яратты. Өйөбөҙҙөң һәр бер өҫтәлендә, тәҙрә төбөндә гөл, ҡапҡа алды шау сәскәгә күмелеп ултыра. Сәскәләр наҙ, һөйөү ярата, өйөбөҙгә йәм бирә, ти торғайны. Бәләкәй саҡта мин уға сәскәләрҙе ҡарашырға ярҙам итә инем. Ул миңә матурлыҡты күрә һәм тоя белергә, ер эшенә һөйөү уятты. Бәлки шуғалыр ҙа мәктәпте тамамлағас та Башҡорт дәүләт аграр университеттың агрономия факультетына уҡырға индем. Был уҡыу йортон тамамлағас, уҡытыусылыҡҡа уҡыным. Ҡабаҡ мәктәбендә биология дәресенән уҡыттым. Йыл әйләнәһенә глоксиниялар (сенполии) үҫтерәм. Мин селекционер түгел, ә һәүәҫкәр генә. Шулай ҙа мин үҙем уларҙы яһалма рәүештә һеркәләндерәм. Февраль башында петуния, алиссум, лобелия һәм башҡа сәскә орлоҡтарын сәстем. Ампель петунияларҙы иртә ултыртам. Уларҙы айырып ултыртырға йыйынам, шул рәүешле күберәк сәскә аласаҡмын. Баҡса сәскәләре хризантема, гортензиялар һабаҡсаларын тамырландырыу менән булышасаҡмын. Минең баҡсамда лилейник, дельфиниум, колокольчик, аквилегия һәм күп йыллыҡ сәскәләр үҫә. Улар барыһы ла үҙ ҡулдары менән орлоҡторҙан үҫтерелгән. Татлы боростоң төрлө сорттарын, эксибишен татлы салат сортын да сәстем. Ул бер килограмға тиклем ауырлыҡта үҫә. Георгин сәскәләренең төрлө сорттарын ултыртам. Көҙөн минең баҡсам георгин сәскәһе ожмахына әйләнә.
Яҡшы һөҙөмтә алыу өсөн киләһе ҡағиҙәләргә таянырға кәрәк: тупраҡ дымлы һәм һауаны үткәреүсән булырға тейеш. Үҙем бер нисә компоненттан торған тупраҡ яһайым: өҫкө нейтралләштерелгән торф + урман тупрағы + перлит + вермикулит. Мотлаҡ ерҙе ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡларға кәрәк. Мин превикур + актара менән эшкәртәм. Орлоҡтарҙың үҫеүе өсөн шарттар булдырыу мөһим – йылылыҡ, яҡтылыҡ булырға тейеш. Минең яҡтыртҡыслы өс кәштәм бар. Бындай шарттар булмағанда сәсеүҙе март айында, ҡояш яҡтыһында башларға кәрәк. Ваҡытында һыу һибеү, ашламалар һәм микроэлементтар менән өҫтәмә туҡландырырға онотмағыҙ. Өйҙә ҡоро һауа, шуға күрә пульверизаторҙан һыу һиптерергә кәрәк,- ти Динә Сәфиулла ҡыҙы.
Динә апай бер бөртөк бәләкәй генә орлоҡтан бына шундай матур, күҙҙең яуын алырҙай, тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшеүсе сәскәләр үҫтерә. Бар нәмәнән йәм табып, матурлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.