Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
28 Февраля 2023, 15:52

Ҡыҙғаныс, тәғәйен урынға барып етә алмағандар...

Өфө – Ырымбур юлының 217-се саҡрымында көслө авария булған.

Ҡыҙғаныс, тәғәйен урынға барып етә алмағандар...Ҡыҙғаныс, тәғәйен урынға барып етә алмағандар...
Ҡыҙғаныс, тәғәйен урынға барып етә алмағандар...

Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-ләрҙә Өфө – Ырымбур юлының 217-се саҡрымында көслө авария булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Мәләүез районында, Ира ауылына етәрәк өс километрҙа, “Лада Приора” автомобиле ҡаршы килгән “Фольксваген Тигуан” автомобиле менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “Лада Приора”лағы 1963 йылғы водитель һәм 1988 йылғы пассажир һәләк булған. “Фольксваген Тигуан”дың водителе дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-02-28/y-anys-t-yen-uryn-a-baryp-et-alma-andar-3160543

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас