

Алайғыр ауылының ир-егеттәре мәсеткә йыйылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарының иҫәнлектәренә бағышлап ҡорбан салды.
"Орҡоя" мәсетендә егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған яҡтарына, ғаиләләренә еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, мәсеттең имам-хатибы Әхәт Ишемғолов доға ҡылды, вәғәздәр әйтте. Миңлегөл Абдрахманова тәмле итеп туҡмаслы аш бешерҙе, Роза Кәримова тәмле былау менән һыйланы. Туҡмасты һәм бауырһаҡты оҫта хужабикәләребеҙ Кәримова Резеда, Ғәҙелшина Динә, Мансурова Нурсилә, Ишморатова Гилүзә, Абдрахманова Миңлегөл әҙерләне. Инициатив төркөм Ғилманов Фәнис етәкселегендә халыҡтан аҡса йыйып, аҙыҡ-түлек алды. Йыйылған аҡсаларҙың ҡалғанына егеттәргә кәрәк-яраҡтар һатып алғандар. Посылка әҙерләйҙәр.
Ауыл халҡы ла буш ҡул менән килмәгән мәсеткә: бәлештәр, ҡоймаҡтар, ҡыҫтыбый һәм ҡайнатмаларҙан өҫтәл һығылып торҙо.
Ҡунаҡтарҙан: Ефремкин ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванова, Табын ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Фәрғәт Ҡотлобаев, Ш.Биҡҡол музейы директоры Фәйрүза Ҡотлобаева килде. Ҡунаҡтар ҙа һүҙ алды, рәхмәттәрен әйтеп үттеләр.
Илдә барған хәл-ваҡиғаларға бер кем дә битараф ҡала алмай. Доғаларыбыҙ ҡабул булһын, изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын!
#ППМИ2023 ү
https://vk.com/club187954821?w=wall-187954821_1148