Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Февраль 2023, 08:06

Беренсе балаға 3 йәшкә тиклем айлыҡ түләүҙәр

2023 йылдың ғинуарынан уның күләме  12271 һумға тиң.

Беренсе балаға 3 йәшкә тиклем айлыҡ түләүҙәрБеренсе балаға 3 йәшкә тиклем айлыҡ түләүҙәр
Беренсе балаға 3 йәшкә тиклем айлыҡ түләүҙәр

Кемдәргә тейеш: 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүге балалары тыуған (уллыҡҡа алған) ғаиләләргә. Шул уҡ ваҡытта һәр ғаилә ағзаһының йән башына килеме хеҙмәткә яраҡлы граждандар өсөн йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан артмаҫҡа тейеш  (2023 йылдың 1 ғинуарынан – 27572 һум).

Күпме: Башҡортостанда балаға раҫланған йәшәү минимумы күләмендә. Айлыҡ түләү балаға 3 йәш тулғанға тиклем түләнә. 2023 йылда – 12271 һум.

Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау  үҙәгенең филиалына йәки йәшәгән урын буйынса Күп функциалы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша юлларға була.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас