Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Февраль 2023, 14:59

Ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында БР Үҙәк район-ара ижади берекмәһе журналистарының "Хәҙерге заман журналистикаһы аспекттары" семинары үтте. Ижади осрашыуҙы асып, Үҙәк район-ара ижади берләшмәләрҙең етәксеһе Ринат Шайбәков һүҙҙе район хакимиәте башлығы идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Бакировҡа тапшырҙы.

Ябай һәм аңлайышлы булырға тейешЯбай һәм аңлайышлы булырға тейеш
Ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш
- Бар яңылыҡтарҙы район халҡы гәзиттән уҡып белә. Журналист өсөн иң мөһиме халыҡҡа яҡын булыу. Беҙ район гәзиттәренең эше менән ҡәнәғәтбеҙ һәм район баҫмаларына һәр яҡлап иғтибар һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Барыһына ла киләсәктә лә ижади уңыштар теләйем, - тине Айҙар Филарит улы.
Бер төркөм журналистар Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы Сәйетҡолова, «Башҡортостан Ресбуликаһы Нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, медиадиректоры Айнар Байбулатов, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡулынан Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

«Аргументы и факты» гәзите мөхәррире Луиза Вәлиева аҙнаға бер тапҡыр сығарылған 12 битлек гәзитте нисек итеп сағыу, уҡымлы, йөкмәткеле итеп сығарыу нескәлектәре менән уртаҡлашты. Мәҡәләнең исеме ҡыҙыҡлы, ябай һәм аңлайышлы, фотоһүрәт йәнле, ҙур булырға тейеш, тине. Мәҡәләләрҙә һандар, факттар, яңылыҡтар асып бирелһә яҡшыраҡ, шулай уҡ уҡыусылар интервьюны яратып уҡый, тип билдәләне.

 

Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас