

Рәсәй Хөкүмәте “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы мәктәп уҡыусыларына бушлай сәйәхәттәр программаһына 1 миллиард һум аҡса бүлә. Төбәктәргә мәктәп уҡыусылары өсөн сәйәхәттәр ойоштороуға субсидиялар бүлеү тураһында тәҡдим менән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников сығыш яһаны.
- Туристик программаны киңәйтәбеҙ. Уға ярашлы уҡыусылар тарих, йолалар, мәҙәни үҙенсәлектәр менән яҡындан танышыу өсөн тыуған төбәге йәки күрше төбәктәр буйлап экскурсияға сыға ала. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре барырға теләгән йүнәлештәрҙе һәм урындарҙы үҙаллы һайлай ала. Ошо сараны тормошҡа ашырыуға 1 миллиард һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Был сумма балалар өсөн ошондай махсус сәфәрҙәр әҙерләгән 29 Рәсәй субъектына сығымдарҙы компенсациялауға йүнәлтелә, - тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин.
Сәйәхәткә 5-9-сы кластарҙа уҡыған 200 мең уҡыусы бара аласаҡ. 2023 йылда программаны финанслау 2022 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға арта, ә география тағы ла 11 төбәккә киңәйә. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы аҡсаны төбәктәргә бер ай эсендә еткерергә ниәтләй.
- “Мәктәп туризмы” проекты тәүге көндәрҙән үк балаларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың ыңғай баһаһына лайыҡ булды. Бындай сәйәхәттәрҙең ыңғай яҡтары бихисап. Хатта сәйәхәттәге ике көн дә үҫмерҙәрҙе үҙаллылыҡҡа өйрәтә, үҫтерә һәм тәрбиәләй. Улар үҙҙәре өсөн республикабыҙҙы яңыса аса. 2022 йылда 11106 уҡыусы төбәк буйлап сәйәхәт иткән, быйыл программаның күләме өс тапҡырҙан ашыуға арттырылған, яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар барлыҡҡа киләсәк. Һәр сәфәрҙән тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.