Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Февраль 2023, 18:28

Пенсионер Фәрит Ситдиҡов хәрбиҙәргә үҙенең УАЗ-ын бүләк иткән

Әлшәй районының Мечниково ауылында йәшәүсе Фәрит Ситдиҡов үҙенең УАЗ-ын махсус хәрби операциялағы яугирҙарға оҙатҡан. 

Пенсионер Фәрит Ситдиҡов хәрбиҙәргә үҙенең УАЗ-ын бүләк иткәнПенсионер Фәрит Ситдиҡов хәрбиҙәргә үҙенең УАЗ-ын бүләк иткән
Пенсионер Фәрит Ситдиҡов хәрбиҙәргә үҙенең УАЗ-ын бүләк иткән

Был хаҡта социаль селтәрҙә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итә.

«Һәр һалдат беҙ бергә икәнде тойорға тейеш. Беҙҙең бурыс - кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итеү», - тип белдергән пенсионер.

 

Район башлығы әйтеүенсә, урындағы халыҡ хәрбиҙәргә даими ярҙам итеп тора. Эшҡыуарҙар, ойошмалар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ярҙам йыйыу пунктына әйберҙәр, шәхси гигиена предметтары, кейем-һалым һәм медикаменттар килтерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас