Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Февраль 2023, 07:09

Республикала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙар

Уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Республикала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙарРеспубликала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙар
Республикала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙар

Республикала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙар, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Благзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен «Благовещен» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 35-се ағзаһы.

«Башинформ» агентлығына Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головтан билдәле булыуынса, проектты ғәмәлгә ашырыуға яҡынса 3 миллион һум һалына. Аҡса етештереү бинаһы һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Производствоны асыу ун яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Компания хужаларының йылына 6500 тауар етештереп сығарыу планы бар. Уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләй.

Продукцияла бейә һөтөнән тыш, тәбиғи үҫемлек һәм мал компоненттары файҙаланыла. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-14/v-bashkirii-nachnut-proizvodit-kosmetiku-na-osnove-kobyliego-moloka-3141855

Автор:Ләйсән Закирова

Фото:Олег Голов/vk.com

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-02-14/respublikala-bey-t-n-n-kosmetika-eteshter-bashlay-ar-3142193

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас