Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Февраль 2023, 17:08

Байрам көндәрендә поликлиникаларҙың эш тәртибе

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уның графигы менән таныштырҙы.

Байрам көндәрендә поликлиникаларҙың эш тәртибеБайрам көндәрендә поликлиникаларҙың эш тәртибе
Байрам көндәрендә поликлиникаларҙың эш тәртибе

2023 йылдың 22 - 27 февралендә эшләйәсәк медицина учреждениеларының көн тәртибен баҫтырып сығарабыҙ.

Амбулатор нигеҙҙә медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары түбәндәге тәртиптә эшләйәсәк:

– 22 февралдә – бер сәғәткә ҡыҫҡартылған эш көнө;             

– 23, 24, 25 һәм 26 февралдә — байрам графигы буйынса: 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, 16.00 сәғәткә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул ителә (шул иҫәптән ашығыс шылтыратыуҙар ҙа).

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививкаларҙы 22, 23, 24, 25 һәм 26 февралдә 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләтергә мөмкин. Мобиль, ауыл амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған график буйынса граждандарға прививка эшләү ойоштороласаҡ.

2023 йылдың 23 – 26 февралендә профилактик медицина тикшереүҙәре, өлкәндәр төркөмөнә, шул иҫәптән тулы медицина тикшереүе үткәреү дауам итәсәк.

Байрам көндәрендә "Башфармация" дәүләт унитар предприятиелары дарыуханалары 10.00 сәғәттән эшләйәсәк. Тулы мәғлүмәт: https://clck.ru/33Y3PH

Өфө һәм Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаларының эше:  

– 23 февралдә Республика стоматология поликлиникаһы 09.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем, 3-сө балалар стоматология, 4-се, 5-се, 6-сы, 8-се стоматология поликлиникалары 08.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаһы 8.00 - 17.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 2-се стоматология поликлиникаһы һәм 7-се балалар теш поликлиникаһы – тәүлек әйләнәһенә.

– 24 февралдә Республика стоматология поликлиникаһы 09.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы, 4-се стоматология поликлиникаһы, 5-се стоматология поликлиникаһы, 6-сы стоматология поликлиникаһы, 8-се стоматология поликлиникаһы, 9-сы стоматология поликлиникаһы 08.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаһы 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 2-се стоматология поликлиникаһы һәм 7-се балалар стоматология поликлиникаһы – тәүлек әйләнәһенә.

— 25 февралдә Республика стоматология поликлиникаһы, 1-се стоматология поликлиникаһы, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы, 5-се, 6-сы, 8-се, 9-сы стоматология поликлиникалары 08.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем, Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаһы 08.00 сәғәттән алып 17.00-гә тиклем, 4-се стоматология поликлиникаһы 08.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 2-се стоматология поликлиникаһы һәм 7-се балалар стоматология поликлиникаһы – тәүлек әйләнәһенә.

– 26 февралдә Стәрлетамаҡ стоматология поликлиникаһы 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, 2-се стоматология поликлиникаһы һәм 7-се балалар стоматология поликлиникаһы – тәүлек әйләнәһенә.

Ҡала һәм райондарҙың өлкән йәштәге граждандарына ашығыс стоматология ярҙамы республиканың үҙәк район һәм ҡала дауаханаларында тәүлек әйләнәһенә, өйҙә дежур иткән медицина хеҙмәткәрен саҡырып, күрһәтеләсәк.

Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Фото: big-rostov.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас