

Әсәһе менән атаһы шул балан бәлеше арҡаһында танышып, донъя ҡорғандар.
... Әлфиә(Алһыуҙың әсәһе) 11 синыфта уҡығанда атаһы Марат ағай һыуыҡ тейҙереп больницаға эләкте. Әлфиә көндә тиерлек мәктәптән һуң атаһы янына йылы аш, тәмләткестәр алып йөрөй торған ине. Кисә әсәһе менән балан бәлеше бешерҙеләр.
Әсәһе:-Атайыңа алып барырһың, бүлмәләш егеттәрен дә һыйлаһын-тине.
Әлфиә атаһына килгәндә бүлмәлә бер кемдә юҡ ине, укол ҡаҙатырға киткәндәр. Ана яйлап киләләр атаһы, Нәзир ағай, ә өсөнсө һө таныш түгел.
Атаһы:-О, минең ҡыҙым килгән икән, иҫән генәме?
-Һаумы атай! Минең хәлдәр һәйбәт, үҙең ни хәлдә?
-Аллаға шөкөр, иртәгә сығарабыҙ ,тинеләр.
-Атай, беҙ кисә әсәй менән һинең яратҡан балан бәлеше бешерҙек, бергәләп сәй эсегеҙ-тине Әлфиә.
-Рәхмәт ҡыҙым, бына таныш булығыҙ Азат-Әлфиә. Егет ҡыйыуһыҙ ғына ҡул һуҙҙы. Ошо танышҡандан бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорҙолар Әлфиә менән Азат.
Берәйһе һораһа :Нисек таныштығыҙ ?-тип.
Азат йылмайып:-Мине Әлфиә Балан бәлеше менән һыйлап үҙенә арбаны-тип көлә.
... Һәр көҙ һайын , сентябрь аҙаҡтарында Алһыуҙың атаһы менән әсәһе ат егеп урманға баралар, балан йыйырға, улар 8-10 тоҡ балан емештәре һындырып алып ҡайталар. Шунан күмәкләшеп ултырып балан бәйләйҙәр, (беләһегеҙме нисек бәйләйҙәр баланды?) баландың тәлгәшен япраҡтарҙан таҙартып, бауға теҙәләр, бер тоҡтан, бер бау балан сыға. Был эш бик мауыҡтырғыс, күңелле үтә, балан бауы мәрйендәр кеүек теҙелешеп, күҙҙең яуын алып торалар. Һуңынан балан бауҙарын атаһы өй ҡыйығы аҫтына элеп ҡуя, баланға тура ҡояш нурҙары төшмәҫкә тейеш.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар төшкәс, ипләп кенә алып атаһы балан бауын тоҡҡа һалып туҡмай, туңған Балан емештәре тоҡ эсенә ҡойолалар, аҙаҡ иләк аша иләп сүптәренән таҙарта.
Сират әсәйгә етә, хәҙер баланды ҙур ҡаҙанда бер шәкәр сөгөлдөрө менән бергә ике сәғәт бешерә. Шул арала балан емештәре күкһел төҫкә инеп бешә. Бешкәс, әсәһе баланды алып һөҙөп, һөйәктәренән аралай,тишекле таста ҡул менән ыуып эшләй. Балан пюреһы килеп сыға, уға шәкәр өҫтәп талғын ғына утта бер сәғәт ҡайната. Өй эсе тәмле, татлы еҫтәргә күмелә.
Әсәһе баландан шулай уҡ тәмле бәлеш, пирожкиҙар бешерә, бәлешкә баланды бешкәс айырып алып ҡала, уның һөйәктәренән айырмай. (Тик ашағанда балан һөйәктәрен төкөрөп ултыраһың.)Бар ғаилә менән күмәкләшеп , ултырып тәмләп сәй эсәләр. Былар барыһы ла иҫтәлек, баласаҡтың яҡты хәтирәһе генә булып ҡалған инде...
Алһыуҙың балан бәлеше уңды, ҡамыры ла, эслеге лә, бик яҡшы килеп сыҡты, тәме генә башҡасараҡ, эйе, ауыл мейесендә бешкән бәлеш түгел инде.
Балан бәлеше -баласаҡ тәме...