

5 февралдә Дәүләкәндә мосолмандар өсөн изге ҡомартҡы — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һаҡалының сәсен килтергәндәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Район Мәҙәниәт йортонда диндарҙар илебеҙ именлеге, яу яланында йөрөгән яугирҙәребеҙ өсөн күмәкләп намаҙ уҡыған.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, илдең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән килешелгән сара ахундар һәм имамдар ҡатнашлығында үткән.
Автор и фото: башинформ.ру