Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль 2023, 05:10

Ҡышҡы уйындар байрамы

Күлләр ауылында “Айыҡ ауыл-­2022” проект сиктәрендә шаулап-гөрләп “23-сө сағыу ҡыш” район-ара милли уйындар һәм спорт төрҙәре фестивале үтте.

Ҡышҡы уйындар байрамыҠышҡы уйындар байрамы
Ҡышҡы уйындар байрамы

Сараның маҡсаты – тотош быуындар араһында бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, халыҡты берләштереү, йәштәрҙе традицион халыҡ уйындарына йәлеп итеү, хәрәкәтле халыҡ уйындарын тергеҙеү, сәләмәт һәм әүҙем тормош позицияһы булдырыу.
Был көндө Күлләр ауылы һабантуй майҙанына әүерелде. Фестивалдә район халҡынан тыш, күрше Архангел, Ауырғазы, Ғафури райондары вәкилдәре лә ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар районыбыҙҙа берҙәм йәшәгән милләттәрҙең мәҙәниәте, йолалары менән танышты, уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты, йырланы, бейене, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Ҡатнашыусыларҙы район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сәләмләне. Ул барыһына ла әүҙем булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яҡшы кәйеф теләне.
- Бөгөнгө сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы ерендә ҡаршы алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ысынында иһә, бындай фестиваль үткәреү идеяһы беҙҙә “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булған Күлләр ауылы биләмәһендә ойоштороласаҡ саралар әҙерләгәндә барлыҡҡа килде. Уның төп маҡсаты - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли уйындарын тергеҙеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм халыҡтар, райондар араһында дуҫлыҡ булдырыу. Бөгөнгө байрамдан бөтәгеҙгә лә яҡшы кәйеф алыуығыҙҙы, иң мөһиме һаулыҡ, тыныс күк йөҙө телә­йем,- тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
- Бөгөн беҙ шундай үҙенсә­лекле сараға йыйылдыҡ. Бәлки кемдер әйтер ошо ваҡытта уйнап-көлөргә, йырларға нисек күңелдәре төшә, тип. Әм­мә бөгөнгө байрам күңел асыуға түгел, ә халыҡты берләштереүгә һәм һауыҡтырыу­ға, мәҙәни йолаларҙы һаҡлау­ға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән. Беҙ берҙәм булғанда ғына ошо ауыр­лыҡтарҙы еңә алабыҙ. “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә бик матур эш­тәр эшләнә. Күлләр ауылы хал­ҡы­на афарин тип кенә әйтә­һе ҡала. Уларҙың эштәре күп­тәргә өлгө булып тора һәм шу­лай булып ҡалһын,- тине Ил­мира Ғәлиәхмәтова район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
- Беҙ Архангел районының Абҙан ауылынан килдек. Абҙан ауылы хәҙер бына инде өсөнсө тапҡыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Бик шатлыҡлы ваҡиға ул. Ошо сара уңайынан беҙҙең ауылда бик күп эштәр эшләнде. Халыҡтың фекере үҙгәрә башланы: алға барыу, ауылды яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, сәләмәт, айыҡ тормош алып барыу. Абҙан ауылында “Өмөт” тигән халыҡ театры эшләп килә. Мин шул театрҙа режиссер булып эшләйем. Ауылдың ағинәйҙәре менән берлектә бик күп эштәр башҡарабыҙ, йәштәр менән эштәрҙе әүҙемләштерәбеҙ. Абҙан ауылы спорт өлкәһендә лә алға китеш алған. Беҙҙең йәштәребеҙ төрлө спорт ярыштарында беренселек яулай. Был сараға беҙҙе саҡыр­ғандары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Командабыҙ менән һәр уйында ҡатнашып, байрамды биҙәрбеҙ, тип уйлайым,- тине Вәлимә Өмөтбаева.
- Беҙ Ауырғазы районының Түрһәгәҙе ауылынан килдек. Был ауыл “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе урын алды. Ауыл матур, ҙур, бында мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар, мәҙәни үҙәк эшләй. Милли уйындарҙа ҡатнашып, күрше ауылдар менән дуҫлашып, еңеүгә өмөт итәбеҙ,- ти Миңсара Федорова Таштамаҡ ауыл Советы башлығы.
Ярыш алдынан сарала ҡатнашыусылар күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, лапта буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, лапта һәм мини-лапта буйынса Рәсәй кубогы эйәһе Илзинә Шафиҡова менән күнекмә үткәрҙе.
Артабан 10 кешенән торған Ауырғазы, Ғафури, Архангел райондары, Күлләр ауылы, Ауырғазы күп профилле колледжының студент-волонтерҙары, Ефремкин ауыл Советы командалары Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли уйындарында ярышты. Әйткәндәй, районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр байрамды улар бергәләп ойоштора. Биш милли уйын майҙансығында һәр халыҡтан бер нисә уйын тәҡдим ителде. Уйындар кешеләрҙең йәшәү үҙенсәлектәрен, көнкүрешен, хеҙмәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Беренсе майҙансыҡта уйынсыларҙы мордва милләте ҡаршы алды. Сыуаш майҙансығында “Билбау” һәм “Сылбырҙы өҙ” уйындарын уйнанылар. Бынан тыш, ҡар тултырылған биҙрәләрҙе көйәнтәләргә элеп йүгерҙеләр. Быйма ташлау йолаһы һәр кемгә хуш килде,

уны алыҫлыҡҡа ташлау буйынса ярыш үҙе бер сағыу тамаша булды. Татар милләтле ағинәйҙәр ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүсе ҡунаҡтарҙың мәргәнлеген тикшерҙе. Ә башҡорт майҙансығында улар “ат”тарҙа һыбай саптылар, тоҡ кейеп тә йүгерҙеләр. Етеҙлек талап иткән «Энә-еп» уйыны йылындырып ҡына ҡалмай, күңелдәргә күтәренкелек өҫтәне. Ярыштар күңелле һәм сәмле барҙы, бер команда ла бирешергә теләмәне һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәште.
Сара һуңында ярыштарҙың айырым төрөнә арҡан тартыуҙы сығарҙылар. Уның һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе командалар билдәләнде. Шулай итеп, уйын һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип Архангел районы командаһы танылды һәм беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Күлләр ауылы командаһы, ә өсөнсөгә Алайғыр ауылы командаһы сыҡты. Командалар муниципаль район хакимиәтенең дипломдары һәм кубоктары менән бүләкләнде. Баһалау йомғаҡтары буйынса, Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы командаһы, Күлләр, Алайғыр ауылдары, Архангел, Ғафури һәм Ауыр­ғазы райондары халҡы төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Ҡатнашыусы бар командалар ҙа әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы, әммә ауыл кешеләре өсөн төп бүләк, ул әлбиттә - саф һауала күңелле һәм файҙалы уҙған ял минуттары.
- Район-ара конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ. Сара бик оҡшаны. Ул, ысынлап та, оло бер байрам булды. Төрлө милли уйындар бик ҡыҙыу, сәмле үтте. Еңеүгә бик өмөт итмәһәк тә, ҡатнашып, үҙебеҙгә дәрт алып ҡайтыу уйы менән килгәйнек. Еңеү яулауыбыҙ беҙҙе көслө, тырыш, етди булырға тағы ла нығыраҡ ҡанатландырҙы, яңы үрҙәр яулауға этәргес бирҙе. Иң ауыры арҡан тартышыу булды, ул бөтә хәлебеҙҙе алды, ә иң үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡһындырған уйын көйәнтә менән ҡар ташыу булғандыр,- тине Айнур Хәсәнов Архангел районының Абҙан ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы.
Сараны район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм һәүәҫкәрҙәре биҙәне. Байрамда ҡатнашыусылар уларға ҡушылып йырланы, ҡайнар аш ашаны, бер-береһе менән танышты, аралашты.
Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас