

Мутлашыу – бөгөн иң таралған милек енәйәттәренең береһе. Беҙ йыш ҡына мутлашыусылар тураһында яҙабыҙ. Әммә еңел аҡса эшләү юлын эҙләүселәр бер урында тапанмай, алдашыуҙың яңы ысулдарын табып ҡына тора. Мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыу өсөн улар заман технологиялары – интернет, социаль селтәрҙәрҙе лә ҡуллана. Мәҫәлән, кеҫә телефонына, яҡынығыҙ аварияға осраны, тиҙ арала аҡса кәрәк, тип шылтыратыуҙар йәки пенсионерҙарға “собес”тан килеп иҫке аҡса купюраларын яңыға алмаштырыу осраҡтары – бындай енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле.
Көн дә мутлыҡ ҡылыусылар тураһында хәбәрҙар булып торһаҡ та, уларҙың тоҙағына эләгеүселәр бихисап. Нисек мутлашыусылар ауына үҙемдең дә эләгә яҙыуымды бәйән итеп үтмәксемен. Шулай, бер көн телефоныма ят номер шылтыратты. Ҡулыма алып, йәшел кнопкаға баҫтым. Телефондың теге осонан яғымлы тауышлы бер ҡыҙ һүҙ ҡушты. “Мин Мәскәү өлкәһенән тәфтишсе Светлана Макарова (исемдәре үҙгәртелде – ред.) булам. Мәскәүҙә йәшәүсе Козарев Владимир тигән кеше һеҙгә танышмы?”- тип һорай. “Юҡ, ундай туғаным да, танышым да юҡ”,- тип яуаплайым. “Беҙ был кешене ҡулға алдыҡ. Уның ҡорбандары араһында һеҙҙең исем-фамилияғыҙ ҙа бар. Һеҙ уның туғаны һәм дауаханала ятаһығыҙ. Шуға дарыу алыу өсөн һеҙҙең исемгә кредит алған. Шул кредитты ғәмәлдән сығарыр өсөн Рәсәйҙең Үҙәк банкы хеҙмәткәре менән тоташтырам. Ул һеҙгә ярҙам итәсәк. Телефонығыҙҙы һүндермәгеҙ, ул хәҙер һеҙҙең менән элемтәгә инәсәк”,- ти был миңә. Ә мин инде тыңлаусан граждан булып, уның әйткән һәр бер һүҙен тыңлап, көтөп ултырам. Эйе, йәмәғәт, әгәр былар мутлашыусылар булһа, тигән башымда шундай уйҙар йөрөнө, әммә бер нисек тә уларҙың шылтыратыуҙарына, хәбәрҙәренә ҡаршы төшә алмайым. Был нимә?..
Шулай, бына Рәсәйҙең Үҙәк банкы хеҙмәткәре Дмитрий Соколов тигән кеше телефондан тауыш бирҙе. “Проблемағыҙ беҙгә таныш. Беҙ һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ. Һеҙ “Сбербанк”, “Уралсиб” һәм “Тинькоф” банктар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙме?”- тип һорай. “Эйе, “Сбербанк” һәм “Уралсиб” банк карталары менән ҡулланам”, - тип яуап бирәм. “Һеҙгә тик банкка барып, кредитты ғәмәлдән сығарырға ғына кәрәк. Банктар иртә бикләнә, әле үк йыйынығыҙ ҙа барығыҙ”,- ти. Банкта ниндәй документтар кәрәк буласағы тураһында ҡағыҙға яҙып алырға ҡушты. Үҙенең телефон номерын яҙҙыртты, телефон заряднигын да алырһығыҙ тине. Барып еткәс тә банкка инер алдынан миңә шылтыратығыҙ, тип тә иҫкәртте. Кәрәкле документтарымды алдым да банкка йыйындым. Их, мин әйтәм, машина үҙем менән түгел, банк ябылғансы тиҙерәк барып етер инем, йәйәү барһам һуңлармын инде, тип үҙ алдыма һөйләнә-һөйләнә кейендем дә сығып киттем. Күп уйлап торманым, иремдең ҡайҙа эшләгәнен дә белә инем. Уның эшләгән еренә барып, машинаны алдым да елдерҙем. Банк янына барып етеүемә теге егет тә шылтыратты. “Хәҙер мин һеҙгә нимәләр эшләргә икәнлеген аңлатам. Бик күп банк хеҙмәткәрҙәре мутлашыусылар менән бергә аҡса урлауҙа ҡатнашалар. Беҙгә уларҙы тоторға кәрәк. Шуға күрә һеҙ банкка ингәс тә, һеҙҙең төбәктең федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре банк эсендә урынлашҡан видеокамераға тоташып, тикшереп торасаҡ. Банкка инегеҙ ҙә үҙегеҙҙең исемгә 250 мең һум кредит алығыҙ. Өйгә ремонт өсөн аҡса кәрәк тип әйтерһегеҙ. Әгәр банк хеҙмәткәре компьютер аша ҡарап, һеҙҙең исемгә ошо суммаға кредит алынған, тиһә, кредитты яптырырға кәрәк. Ә инде өндәшмәһә, аҡсаны алығыҙ ҙа, сыҡҡас миңә шылтыратырһығыҙ. Беҙ һеҙгә резерв номер ебәрәбеҙ ҙә аҡсаны шунда күсерерһегеҙ”, - ти. Шул ваҡытта бик оҙаҡ уйланып ултырҙым. Уйланып ултырғансы борол да ҡайт та кит бит инде. Үҙем аңлайым, шундай ысул менән мутлыҡ эшләгәндәрен дә белеп торам бит инде. Юҡ, гипноздан сығып өлгөрмәнемме икән инде. Тыңлап ултырам, ул мине өгөтләй тиҙерәк инеп аҡса алырға. Бәлки һеҙ үҙегеҙ мутлашыусыларҙыр, тием тегеләргә, юҡ, беҙ һеҙгә ярҙам итәбеҙ, һеҙҙең исемгә кредит алғандар, уны һеҙ түләйәсәкһегеҙ тигән була. Бик оҙаҡ ултыра торғас, мине күндерергә тегеләрҙең көсө етмәне шикелле. Телефонды һүндерҙем дә полицияға киттем. Аллаһы Тәғәлә үҙе һаҡлағандыр. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, уларҙы тыңлап кредит алһам, икеләтә арттырып түләп, тишек кәмәлә ултырып ҡалыр инем. Уларға күсерелгән аҡсаны бер нисек тә кире ҡайтарып булмаясаҡ.
Әйткәндәй, мутлашыусылар ҡармағына эләгеүселәр минән башҡа ла бар икән. Бына шулай уҙған аҙнала райондан ике кеше - Ҡырмыҫҡалы һәм Ҡабаҡ ауылдарынан мутлашыусыларға 3 миллион һумдан артыҡ аҡсаһын күсергән. Ике осраҡта ла минең кеүек схема буйынса эш иткәндәр. Полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Данис Ғәлиәхмәтов әйтеүенсә, телефон аша һөйләшкәндән һуң береһе - 1 миллион 134 мең, икенсеһе 1 миллион 780 мең һум кредит алған. Шунан һуң бөтә сумманы 30 төрлө иҫәп-хисап иҫәбенә күсергәндәр.
Шуға күрә ят телефон номерҙарына яуап бирмәгеҙ, таныш булмаған кешегә аҡса күсермәгеҙ. Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.