Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль 2023, 05:44

Һүрәттәрҙә - уҡытыусыларға һөйөү

Уҡытыусы һәм остаз йылында районыбыҙҙа уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән бик күп саралар үтә. Шуларҙың береһе – “Минең яратҡан уҡытыусым” һүрәттәр конкурсы.

Һүрәттәрҙә - уҡытыусыларға һөйөүҺүрәттәрҙә - уҡытыусыларға һөйөү
Һүрәттәрҙә - уҡытыусыларға һөйөү

Балалар сәнғәт мәктәбе ойошторған конкурста 30-ҙан ашыу ҡатнашыусы үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтә алды.
- Конкурс илһөйәрлек тәрбиәләүгә, педагогтың абруйын нығытыуға, уҡыусыларҙың ижади үҫешенә йүнәлтелгән. Балалар үҙ эштәрендә уҡытыу­сыларға ихтирам күрһәтергә тырышты. Конкурс һүрәттәре ҙур һөйөү, йылылыҡ һәм фантазия менән төшөрөлгән. Һүрәттәр сағыу төҫтәр, үҙенсәлеклеге менән айырылып тора,- ти сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары Айгөл Абдулова.
Һүрәт төшөрөү – сабырлыҡ, диҡҡәт, иғтибарлыҡ, ғәжәп, фекерләү һәләттәре кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләүсе, балаларҙың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе булып тора. Быларҙың барыһы ла балаларға артабанғы тормоштарында кәрәк буласаҡ. Балалар һүрәт төшөрөүгә оҫта, улар түңәрәккә йөрөп ошо йүнәлештә һөнәрҙәрен арттыра. Сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары балаларҙың һәләттәрен асыу, үҫтереүҙе күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Балаларҙың эскерһеҙ һәм ихлас күңелдән төшөргән һүрәттәрен төрлө күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин. Уларҙың ижади ҡомарҙары һүнмәһен, һүрелмәһен.
Жюри эш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. “Декоратив-ҡулланма сәнғәт” номинацияһында 1-2 кластарҙың коллектив эше беренсе урын алды. “Һынлы сәнғәт” номинацияһында 5-6 йәш категорияһында Анита Варанкинаның, 7-8 йәш категорияһында – Нәргизә Әхмәтшинаның, 9-10 йәш категорияһында – Оксана Утманцеваның, 11-13 йәш категорияһында Дарья Жилинаның эштәре иң яҡшыһы тип танылды.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас