Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль 2023, 02:45

Рәсәй Геройҙары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкин

Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа ошондай закон проектын ҡабул итте, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Рәсәй Геройҙары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкинРәсәй Геройҙары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкин
Рәсәй Геройҙары айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ алырға мөмкин

Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарын һәм Дан орденының, шулай уҡ Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын айлыҡ түләүҙәр алыу өсөн ғариза һәм документтар тапшырыуҙан  азат итәләр, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа ошондай закон проектын ҡабул итте.

Документта билдәләнгәнсә, Пенсия һәм социаль страховкалау фонды кемдәргә түләүҙәр тәғәйенләү тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Һүҙ 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң түләүгә хоҡуғы булған геройҙар һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзалары хаҡында бара.

Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, геройҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, (герой һәләк булған осраҡта) аҡса алыу өсөн ғариза, тейешле документтар менән Пенсия һәм социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төҙәтмәләргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентына яугирҙе наградаға тәҡдим иткән органдар Социаль фондҡа Геройҙар исемен биреү тураһында мәғлүмәттәр тапшыра. Был улар исем алған көндән алып биш эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса башҡарылырға тейеш.

«Илебеҙ көслө, имен булһын ғүмерҙәрен аямаған геройҙар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре бер ниндәй ғаризаһыҙ үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе алырға тейеш»,  — тине Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.

Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына айлыҡ түләүҙәр күләме февралдәге индексацияға тиклем 74 мең 617 һум ине. 2023 йылдың 1 февраленән айлыҡ түләүҙәр 11,9 процентҡа арттырылды. Башҡортостанда был сумма — 83 496 һум, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-08/geroi-rossii-smogut-poluchat-ezhemesyachnye-vyplaty-v-bezzayavitelnom-poryadke-3134742

Автор и фото: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-08/r-s-y-geroy-ary-ayly-t-l-r-e-ariza-y-alyr-a-m-mkin-3135136

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас