Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль 2023, 06:26

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Бының өсөн район баҫмаларына яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!
Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Ғилмиә Ғәлимова, Һалйығот ауылы:
- Гәзиткә яҙылып, көтмәгәндә бүләкле булдым. Гәзиткә яҙылыу квитанцияһын ебәргәнем бар ине. Ләкин, уңыш йылмаймай торғайны. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, яңы йылда ҡыуаныслы хәбәр алыуыма, гәзиттең тәүге баҫмаһында еңеүселәр араһында үҙемдең фамилияны күреп, елле бүләк отоуыма, шатлығымдың сиге булманы. Бер тоҡ иген отоу – төшөмә лә инеп сыҡмай ине. Бүләктәр бик шәп, бындай конкурс ойоштороу­сыларға рәхмәтлебеҙ. Бүләктә генә эш тормай, иң мөһиме гәзит биттәрендә район тормошо һүрәтләнә, унда үткәрелгән төрлө ваҡиғалар халыҡҡа еткерелеп тора, хәбәрҙар булып, шундай тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк.
Район баҫмаһы менән дуҫлығымды киләсәктә лә дауам итәсәкмен. Үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан район гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Уның килеп етеүен көтөп алам. Тәүге битенән алып аҙағына тиклем бер хәрефен дә ҡалдырмай уҡып сығам. Гәзит биттәрендәге махсус биттәр, хикәйә­ләр, ғаиләләр тураһында яҙмалар, район, республика кимәлендә барған яңылыҡтар һәммәһе менән дә танышам. Өлгөлө, матур ғаилә ҡорған ғаиләләр тураһында уҡып, һоҡланам. Яҡташ хикәйә авторҙарының әҫәрҙәренән фәһем алабыҙ. Кеше матур эше менән, тиҙәр, районыбыҙҙа шундай кешеләр булыуына шатланып ултырам. Тағы ла уҡымлы мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр күрергә яҙһын. Әйткәндәй, ғүмер буйы Ҡабаҡ кирбес заводында ашнаҡсы булып эшләгәнгә күрәме инде, тағы ла күберәк яңы тәмле-татлы аш-һыу рецептары бирелһә ине тигән теләгем бар. Ә инде “Даирә” гәзите хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, күп һанлы яҙылыусылар теләп ҡалам.

 

Әлфәт Әминев, Ҡарлыман ауылы:
- Район гәзитенән бер ҙә айырылғаныбыҙ юҡ. Элек ҡатыным Илдүсә Ғилман ҡыҙы мәктәптә эшләгән ваҡытында күп­ләп гәзит-журналдарға яҙыла торғайны. Бөгөнгө көндә иһә район баҫмаһын ғына алдырам. Ел-ямғырға ҡарамай, почтальоныбыҙ ваҡытында гәзитте килтереп еткерә. Уны көтөп алып уҡыйым. “Даирә” гәзите бик уҡымлы, эстәлекле, төрлө рубрикалары менән үҙенә йәлеп итеп тора. Гәзиттә булған барлыҡ мәғлүмәт менән танышып барам. Гәзиттең бөтә рубрикалары ла оҡшай. Хикәйәләрҙе, шиғырҙарҙы, тырыш, эшһөйәр яҡташтарым, татыу өлгөлө ғаиләләр тураһында яратып уҡыйым, дини темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе лә ҡалдыр­майым.
“Аҙна һайын бүләк” акцияһы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уяталыр. Мин дә квитанция күсермәһен редакцияға ебәреп торам. Уҙған йыл йәй көнө автодромда машинаға кәрәк-яраҡ отҡайным. Быйыл бына башҡорт балын отоуыма бик шатмын. Ошондай шәп приздар уйнатҡанығыҙ өсөн, башҡорт балын бүләк иткән фермер Рәсих Гәрәевҡа оло рәхмәтлемен. Эше гел уң барһын.
Беҙҙең быуын гәзит-журнал менән үҫте. Ҡарлыман ауылында тыуып үҫеп, шунда ғүмерем үтте. Салауат исемендәге колхозда хеҙмәт иттем. “ГАЗ-53”, “ГАЗ-51” машиналарында йөрөнөм. Ете йыл тирәһе ауыл тирмәнендә лә эшләп алдым. Һуңынан егерме биш йыл ауыл клубында киномеханик булдым. “Даирә” һәр ваҡыт шулай уҡымлы халыҡсан гәзит булып ҡалһын. Ағымдағы йылда барыбыҙға ла яҡшылыҡтар ғына юлдаш булһын. Ижади коллективҡа артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйем.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас