

Салауат ҡалаһында Айҙар Зәйнетдинов атлы ир-уҙаман бик үҙенсәлекле мәрхәмәтлек акцияһы ойошторған. Оло йәштәге пенсионерҙарҙың хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү маҡсатында ул урамға сыҡҡан һәм аҡса "отторған".
Ике ҡулына ла меңәр тәңкәне йомоп: «Ҡайһы ҡулымда аҡса? - тип һораған. - Белһәгеҙ, аҡса үҙегеҙгә». Ысын тормошта мөғжизәнең тик әкиәттә генә булыуына инанған инәйҙәр тәүҙә баҙап ҡалған был тәҡдимдән. Аҡсаны алмай маташыусылар ҙа табылған. Тик егеттең ихласлап, алығыҙ, дарыуға тотонорһоғоҙ, тип әйтеүе генә ышандырған уларҙы.
Айҙар үҙе «Донъяны нисек күрергә теләйһең, шулай эшлә» девизы менән йәшәй икән. Шуға ла ошондай изге акция ойошторған, тип хәбәр итә Башкирия/Online.
Фото Башкирия/Online.