Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 11:30

Фирүзә Абдуллина йырҙары күңелегеҙгә ял бирһен

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына шаҡтай йырҙар яҙылған. Тыңлап ҡарайыҡ әле.   

Фирүзә Абдуллина йырҙары күңелегеҙгә ял бирһенФирүзә Абдуллина йырҙары күңелегеҙгә ял бирһен
Фирүзә Абдуллина йырҙары күңелегеҙгә ял бирһен

Фирүзә Абдуллина рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡытыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөүе бала саҡтан күңел түрендә урын алған. Үҙен белгән саҡтан алып ҡәләм тирбәтә, шиғыр яҙа, ижад емештәре «Йәш көстәр» исемле ике йыйынтыҡҡа ингән.

«Бәйләнештә» социаль селтәрендә үҙеңең «Ғәжәп донъя» исемле ижади төркөмөн ойоштора һәм шунда яңы шиғырҙарын даими ҡуйып бара. Шиғриәтен яратыусылар үтенесе буйынса тәүге өс шиғыр йыйынтығын үҙ иҫәбенә ҡағыҙ баҫмала нәшер итеп тарата. Республика райондары һәм ҡалаларында уҡыусылары менән осрашыуҙар йыш үткәрә.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына профессионал һәм үҙешмәкәр композиторҙар Артур Туҡтағолов, Дамир Солтанов, Рәдиф Зарипов, Азат Исҡужин, Юлай Моратов, Альфред Яҡшымбәтов, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин, Динә Аҡназарова, Әминә Бикташева, Рәсимә Динисламова һәм башҡалар йырҙар ижад итә.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас