Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 14:55

Емереклектәр аҫтындағы бала 56 сәғәттән һуң иҫән табылған

Төркиәлә һәм Сүриәлә һәр ғүмерҙе ҡотҡарыу өсөн көрәш бара, һәр минут ҡәҙерле.

Емереклектәр аҫтындағы бала 56 сәғәттән һуң иҫән табылғанЕмереклектәр аҫтындағы бала 56 сәғәттән һуң иҫән табылған
Емереклектәр аҫтындағы бала 56 сәғәттән һуң иҫән табылған

Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәгәндән һуң емереклектәр өйөмө аҫтында ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыу эше көнө-төнө дауам итә, сөнки бында һәр минут, һәр секунд ҡәҙерле, кеше ғүмеренә торошло. Емереклектәрҙе аҡтарғанда табылған һәр тере йән өсөн ҡыуаналар, оло ваҡиға итеп ҡабул итәләр.

Бындай мәлдәрҙә мөғжизәгә лә ышанмайынса булмай. Мәҫәлән, Кахраманмарашта бина ҡойолоп төшкәндән һуң 56 сәғәт үткәс, йәш ярымлыҡ малайҙы тапҡандар. Хатай провинцияһында емереклектәр араһынан Рәсәйҙең дүрт гражданы табылған, шулай уҡ ике тәүлектән һуң ҡыҙҙы ҡотҡарғандар.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай емереклектәр араһынан күберәк һәләк булғандарҙы сығаралар, улар һаны меңәрләп арта, ә иҫән кешеләр һанаулы ғына. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Төркиәләге ер тетрәү һөҙөмтәһендә 7108 кеше һәләк булыуы, 40910-ы яраланыуы билдәле.

Урындағы гуманитар ойошмалар мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә емерелеү масштабын һәм ҡарлы-ямғырлы, һалҡын һауа торошон иҫәпкә алғанда, алдағы көндәрҙә ҡорбандар һаны һиҙелерлек артыуы ихтимал. Меңәрләгән кеше еңел кейемдә йоҡлап ятҡанда бина емереклектәре аҫтында ҡалған. Бындай һауа шарттарында уларҙы тере килеш табыу мөмкинлеге сәғәт һайын кәмей бара.

Ер әсә әле лә тынысланып бөтмәгән, Төркиәлә урыны-урыны менән ер тулауын дауам итә. Мәҫәлән, тағы ла Кахраманмарашта 4,8 магнитудалыҡ ер тетрәүе күҙәтелгән. Ә Искендерунда ер тетрәгәндән һуң диңгеҙ кимәле күтәрелеп, ярға яҡын биләмәләрҙәге юлдарҙы һыу баҫҡан.

Сүриәлә һәләк булыусылар 1,5 меңдән ашҡан, яраланыусылар һаны 3,5 меңдән ашыу тәшкил итә. Унда беҙҙең хәрбиҙәр ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнаша.

Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Төркиәгә өҫтәмә ярҙам ебәрергә ҡушҡан.  

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-02-08/emereklekt-r-a-tynda-y-bala-56-s-tt-n-u-i-n-tabyl-an-3135451

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас