Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 15:18

Әбйәлил районында һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡай өйҙә үле килеш табылған

Әбйәлил районында сабый мәйете табылған. «Минең Башҡортостаным» баҫмаһы үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итеүенсә, әсә ике ҡыҙы менән һеңлеһенә ҡунаҡҡа килгән. 

Әбйәлил районында һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡай өйҙә үле килеш табылғанӘбйәлил районында һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡай өйҙә үле килеш табылған
Әбйәлил районында һигеҙ айлыҡ ҡыҙыҡай өйҙә үле килеш табылған

Йоҡлар алдынан улар кәйеф-сафа ҡороп ултырған. Иртәнсәк әсә һигеҙ айлыҡ ҡыҙын иҙәндә үле килеш тапҡан.

«Бала әсәһе менән йоҡлаған, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, карауаттың ситендә. Бәлки, ҡыҙыҡай иҙәнгә ҡолап төшкәндер. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса ғына сабыйҙың үлем сәбәбен әйтергә мөмкин», — тип хәбәр итте ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡ «Башинформ» агентлығына.

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-02-08/v-bashkirii-v-dome-nashli-mertvoy-vosmimesyachnuyu-devochku-3135358

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас