

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндө хәбәр итеүҙәренсә, махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ебәреү өсөн Дыуан-Мәсетле ауылы әүҙемдәре ошо көндәрҙә талҡан әҙерләгән.
“Талҡан – төрки халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың да милли аш-һыу төрө. Уны тере, шифалы аҙыҡ тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул күп осраҡта бойҙайҙан, хатта арыш, һоло, ҡарабойҙайҙы эшкәртеп, тирмәндә тартып яһалған ондан эшләнә. Уны борон-борондан башҡорт күскенселәре файҙаланған, сөнки талҡан үҙенең оҙайлы һаҡлауға ярашлы аҙыҡ булыуы менән дә айырылып торған.
Егәрле хужабикәләр башта бойҙайҙы йыуҙы, табала ҡыҙҙырып киптерҙе, һуңынан ҡул тирмәнендә тарттырҙы. Талҡан онона ҡайнар һыу, иретелгән май, самалап бал ҡушып йомарластар әүәләне.
Талҡандың шифаһын яҡшы белгән Дыуан-Мәсетле халҡы аҫыл ир-егеттәребеҙгә именлек теләй!” - тип яҙа мәсетлеләр.
Мәсетлеләр ошо еңел булмаған осорҙа берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә: Һөләймән ауыл оҫтабикәләре лә яугирҙәр өсөн күстәнәс әҙерләгән. Ауыл әүҙемселәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылып, махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ебәреү өсөн туҡмас әҙерләгән, тәмле итеп бауырһаҡ бешергән.
“Күңел йылыһын биреп әҙерләнгән күстәнәстәр тағы ла тәмлерәк була. Уларҙы алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә оҙатасаҡбыҙ. Донъялар имен булһын, ир-аттарыбыҙ имен-һау йөрөп ҡайтһын! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!” – тип изге теләктәрен еткерә Һөләймән ауылы халҡы.
Фото: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.
Автор:Гүзәлиә Балтабаева