Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль 2023, 21:42

В9 витамины организмға ни өсөн кәрәк?

 В9 (фолий ксилотаһы) витамины  ғәжәйеп файҙалы үҙенсәлектәргә эйә.

В9 витамины организмға ни өсөн кәрәк?
В9 витамины организмға ни өсөн кәрәк?

  Ҡайһы берәүҙәр уны “яҡшы кәйеф витамины” тип йөрөтә.  Тап фолий кислотаһы  “бәхет” гормоны бүленеп сығыуға  һәм кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә. Был витаминдың файҙаһы тағы ла гемоглобинды синтезлау өсөн  углерод менән тәьмин итеүҙә.

 Шулай уҡ фолий кислотаһы    күҙәнәктәр бүленеүенә, туҡымаларҙың үҫешенә  йоғонто яһай, иммун системаһының эшмәкәрлеген көйләй, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ярҙам итә.

В9 витамины кеше организмына аминокислоталарҙы, ферменттарҙы, рибонкулеин һәм дезоксирибонуклеин сылбырҙарын синтезлау өсөн кәрәк. Ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлегенә,  айырыуса лейкоциттарға ыңғай тәьҫир итә. Шулай уҡ бауыр бауыр сәләмәтлегенә һәм аш эшкәртеү системаһына ла  ыңғай йоғонтоһо ҙур. Бынан тыш, фолий кислотаһы   нервы системаһындағы ҡуҙғыу һәм тотҡарланыу процесын көйләй, стресстарҙың эҙемтәһен бөтөрә.

  Организмда фолий кислотаһы етмәүҙең билдәләре:

  • Төшөнкөлөккә бирелеү.
  • Сәбәпһеҙгә хәүефләнеү.
  • Ҡурҡыу тойғоһо.
  • Иғтибарҙы туплай алмау.
  • Хәтерҙең насарайыуы.
  • Аш эшкәртеүҙең насарайыуы.
  • Буйға үҫмәү.
  • Ауыҙ ҡыуышлығының боҙолоуы.
  • Анемия.
  • Телдең төҫөнөң тәбиғи булмаған сағыу төҫкә инеүе.
  • Сәстең иртә ағарыуы.
  • Ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөклөлөктөң юҡтан ғына өҙөлөүе йәки яралғының үҫешендәге ҡайһы бер етешһеҙлектәр.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: