Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль 2023, 10:40

Теленгән икмәкте алмауығыҙ яҡшыраҡ...

Белгестәр әйтеүенсә, тап бына шундайҙарын алмау хәйерле. Ни өсөн?

Теленгән икмәкте алмауығыҙ яҡшыраҡ...
Теленгән икмәкте алмауығыҙ яҡшыраҡ...

Бөгөн магазин кәштәләрендә икмәктең ниндәйе генә юҡ! Телем-телем тигеҙ итеп киҫелгәндәрен дә төрөп һаталар. Белгестәр әйтеүенсә, тап бына шундайҙарын алмау хәйерле. Ни өсөн?

Икмәк бешереү заводтары ризыҡ әҙер булғас та, уны полиэтилен пакетҡа матур итеп төрөп һала. Һуңғы осорҙа киҫем икмәктәр бик популярлашты. Әммә уның хәүефле булыуы ихтимал.

Беренсенән, телем-телем әҙер ризыҡ тиҙ иҫкерә. Икенсенән, баҡһаң, һәр киҫәк консервант менән эшкәртелә (оҙаҡ һаҡланһын өсөн) икән. Етмәһә, белгестәр иҫкәртә: хәҙер икмәк бешергәндә үк төрлө химик ингредиент ҡушалар.

Иҫкереп барған икмәктән сохарый киптерергә лә кәңәш ителмәй.

Былар барыһы ла магазиндан алған икмәккә ҡағыла.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: