Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль 2023, 21:58

Хоҙайға илткән юл Ләлә ХӘСӘНОВА

Әллә ҡасандыр ғүмеренән артыҡ күреп яратыуы иҫенә төштө, әллә тауышһыҙ үкһеүе тәъҫир итте, вәхшиҙәрсә ҡыланған ир ҡапыл туҡтап ҡалды: – Алйот һин, Динара, нимә ҡарап миңә кейәүгә сыҡтың?

Хоҙайға илткән юл Ләлә ХӘСӘНОВА
Хоҙайға илткән юл Ләлә ХӘСӘНОВА

“... Илама, ярһыма,Һин үҙең ғәйепле барыһына...” – ошо йыр алыҫтан ишетелгәндәй булды. Әллә, ғәҙәттәгесә, был һүҙҙәр үҙенең башында ғына уралдымы, ҡабат-ҡабат ишетелеп мейеһен бырауланы, үкенеү хисенән аңы томаланды. Динара күҙҙәрен асырға тырышты, тик улар гер таҡҡандай ауырайғайны. Туҡта, нимә булды һуң әле был? Ҡыбырлай ҙа алмай ҡайҙа ята һуң ул? Теге йыр, ниһайәт, туҡтаны, яҡында ғына ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде: “Алйот, ҡасан телефон саҡырыуына шундай йыр ҡуйып өлгөрҙөң? Үҙ ғәйебеңде миңә япһармаҡсы булаһыңмы?! Килеп сыҡмаҫ! Мин әле үҙ-үҙемде генә яҡларлыҡ хәлдә!” Был киҫкен тауыштан тамам аңына килгән ҡатын күҙҙәрен асыуға, эргәһенә шәфҡәт туташы өтәләнеп килеп тә етте:
– Хәлегеҙ нисек? Ҡотто алдығыҙ бит! Бөгөнгө датаны тыуған көнөгөҙ итеп билдәләй алаһығыҙ! Мин хәҙер табипты саҡырам, – тип сығып йүгергән үтә яғымлы ханымдың баяғы ҡырҡыу тауышлы кеше икәненә саҡ төшөндө. “Бына бит, яҡшы кеше. Кәрәк саҡта ниндәй ҡаты ла була белә”, – тип һоҡланып ҡуйҙы. Ә ул? Ебене лә төштө, етмәһә бына хәҙер ҡыбырлай ҙа алмай дауаханала ята! Ул арала табип та килеп инде:
– Йә, һылыу, хәлдәр нисек? – тине олпат кәүҙәле, өлкән генә йәштәге ир, ҡан баҫымын үлсәй-үлсәй – 160-ҡа 90, йәшәйбеҙ былай булғас! Минең ҡулды ҡыҫ әле, ана шулай, афарин. Хәҙер уң ҡулың менән танауыңды тот, һулы менән. Күтәрелмәйме әллә? Вәт тыңлауһыҙ ҡул, һин нисек тә шуны тыңлатырға тейешһең, һылыу! – тине лә баяғы шәфҡәт туташына ниндәй процедуралар эшләргә кәрәклеген аңлатырға кереште.
– Доктор! Миңә нимә булды? – Динара үҙ һүҙҙәрен үҙе аңлай алманы, теле әйләнмәй, тотлоғоп ҡала, һөйләшеүе үтә лә ауыр ине.
– Инсульт кисерҙең, һылыу. Ярай балаңды “тиҙ ярҙам” саҡырырға өйрәткәнһегеҙ, ул, бәләкәй булһа ла, номерҙы ла дөрөҫ йыйған, адресығыҙҙы ла әйтә алған. Һеҙгә барып ингән фельдшерҙың иҫе киткән: балаҡай ишектәрҙе асҡан, пальтоғыҙҙың төймәләрен ысҡындырған, һеҙгә һауа елпеп тора, ти.
– Ә ул?
– Һеҙҙе алып сыҡҡанда өлкән улығыҙ мәктәптән ҡайтып ингән, тынысланығыҙ.
– Ә...
– Ярай, хәҙергә етеп торор, хәлегеҙҙе сарыф итмәгеҙ, аяҡҡа баҫырға ай-һай күп көс кәрәк буласаҡ әле, – тине лә шәфҡәт туташына боролоп, – Гөлсинә, бына назначениелар, теүәл үтә, – тип сығып та китте.

Яңғыҙы ҡалғас, Динара тирә-яғын байҡап алды: ап-аҡ стена, ап-аҡ түшәм, стенала кислород маскаһы, эргәһендә – әллә ниндәй ҡорамалдар... Уға шул тиклем яманһыу булып китте... Ошо буш бүлмәлә ят инде үлеп! Бындай уйҙан ныҡ ҡыйын булды, үҙе шул тиклем ҡыҙғаныс тойолдо, хатта буҫлығып илай башланы. Ни эшләп бындай көнгә ҡалды һуң ул? “Ауылдың беренсе һылыуы” тигән даны була тороп, ниңә Рәғиткә ҡараны? Артынан кемдәр генә йөрөмәне! Ә ул береһен дә яҡын килтермәне. Кейәүгә сығырға булғас, әсәһе: “Ҡыҙым, ул һиңә тиң түгел, нәҫел-нәҫәбе лә, холҡо ла, төҫө-башы ла, үҙе лә бер йүнһеҙ бит, ғүмереңде әрәм итмә шул елғыуарға! Бер ерҙә лә уҡымай ҙа, эшләмәй ҙә, ул һине бәхетле итә алырҙай әҙәм түгел”, – тип ҡырт киҫте. Ун йыл әсәһе рөхсәт бирмәне, ә ул барыбер башҡа кеше менән дуҫлашманы, Рәғитте яратты. Инде 26 йәшенә еткәс, ҡарт ҡыҙ булып ҡалыуынан ҡурҡып, үҙ иркенә ҡуйҙы. Ҙурлап туй үткәрҙеләр. Егет яғы ла ҡалышмаҫҡа тырышты, ә туйға тотонған аҡсаны бейеменә бер йыл буйы Динара түләне, Рәғит үҙе лә уның елкәһендә ятты. Әсәһенең һүҙҙәре тиҙ иҫенә төштө, тик һуң ине. Тәүҙә һиҙҙермәҫкә тырышты, улдары тыуғас, ире үҙгәрер тип өмөтләнде. Хатта, үҙ эшемде асам, тигәненә ышанып, декрет аҡсаһын да бирҙе. Эйе, ысынлап та асты, тимер ишектәр эшләй башланы. Инде аҡса ла булғас, тормош яйға һалыныр, тип ышанды. Ә Рәғит уны бөтөнләй һанға һуҡманы. Ҡатын балаға памперсҡа аҡса һораһа ла, тауыш ҡуптарыр булып китте. Бер түҙмәй, әсәһенә зар­ланды. “Их, балам, күпме әйттем бит мин һиңә, тыңламаның. Үҙең ғәйепле бөтәһенә лә, хәҙер түҙәһең инде”, – тине. Рәғит ҡул күтәрә башланы. Әсәһе ҡушҡас, быға ла түҙҙе. Иренең ҡыҙыулығын Чечняла хеҙмәт итеү бәләһе, тип һаман уны аҡланы. Асылып киткәндә, Рәғит һалдаттарға наркотиклы үлән тарттырып, араҡы эсертеп, атакаға күтәреүҙәрен әсенеп һөйләй ине. Ҡайһы саҡта бөтөнләй яҡшы яҡҡа үҙгәрә лә ҡуя: үҙе ашарға әҙерләй, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайта, баланы ҡараша, бергәләп паркка йөрөргә алып бара...

Шундай мәлдәрҙә ғаиләләре ныҡ бәхетле тойола. Тағы улдары тыуҙы... Өсөнсө балаһын Рәғит үҙе инәлеп таптырҙы, ауырлы саҡта көйләп кенә йөрөттө, хатта Анапаға ялға ла алып барып ҡайтты. Эй ҡыуанды ул шунда, үҙен ысынлап та бәхетле итеп тойҙо. Киләсәккә пландар ҡорҙолар! Рамаҙанды алып ҡайтҡас та ире ер алырға документ юллай башланы. Оҙаҡ йөрөнө, шулай ҙа йырып сыҡты. Шул ҡыуаныстан декрет аҡсаһын машина алырға беренсе иғәнә итеп тағы иренә тотторҙо. Шәп “Тойота”ла ике аҙна ғына йөрөп ҡалды. Ә бер айҙан Рәғит машинаһы менән бөтөнләй сығып юғалды. Тәүҙә – дауахана, мәйетханаларҙан шылтыратып ирен эҙләне. Ҡыңғырау төймәһенә баҫһалар, насар хәбәр ишетеүенән ҡурҡып тертләне. Бер-ике ай булған запас­тар менән көн күрҙеләр. Апайы белеп алғас, ауылдан итен, һөтөн, ҡаймағын ташыны. Аҡсаһын да, алмаҫҡа тырышһа ла, балалары ҡулына биреп китә ине. Улай кеше елкәһендә ятып өйрәнмәгән Динара нисек тә башҡа әмәлен табырға тырышты. Эшенә сығыр ине, балаһы бәләкәй, аптырап, кистән, өлкән улдары уҡыуҙан ҡайтҡас, подъезд иҙәндәрен йыуырға урынлашты. Арыһа ла түҙҙе, улдары кешенән кәм-хур булмаһын өсөн бар көсөн һалды. Төндәр буйы илап, хатта һөтө бөтә яҙҙы. Унда ла апайы әрләп-бәпләп үҙ хәленә ҡайтарҙы. Инде тормошо яйға һалынды тигәндә, ире ҡайтып инде: өҫ-башы бысраҡ, күҙҙәре эскә батҡан, ауыҙы ҡыйшайған, ныҡ итеп ябыҡҡан, сыҡмаған йәне генә ҡалған. Илай-илай теҙләнеп ғәфү үтенде, наркопритонда тотҡонда ятҡырҙылар, көскә ҡасып ҡотолдом, тине. Шул тиклем яратып йөрөгән кешеһен бындай меҫкен ҡиәфәттә күреү ҡатынға бик ҡыйын булды, йөрәге йәлләүҙән сәнсеп ҡуйҙы, етмәһә, Айнур атаһына сат йәбешеп илай башланы. Ирен йыуындырып, кейендереп, тәмле итеп ашатты ла йоҡларға һалды Динара. Тәүлек буйы йоҡлағас, аҙ ғына кеше төҫө ингәндәй булды.Тороп ашай ҙа, телефонын ҡулынан төшөрмәй, нимәлер уҡый ҙа шарҡылдап көлә, кемгәлер яҙа, тағы ятып йоҡлай... Апайы ауылдан килтергән картуф та бөткәс, Динара Рәғиттән ашарға алырға аҡса һораны. Шул саҡ тегеһе күтәрелеп бәрелде, әллә ниндәй бысраҡ һүҙҙәр әйтеп ҡысҡырҙы ла ишекте бәреп сығып олаҡты. Тағы ла өс көндән өйгә ҡайтыуының сере лә сиселде, ҡатынының телефонына шылтыратып ошоларҙы һөйләнеләр: эскән килеш аварияға эләккән, машинаны емер­гән, документтарын күптән юғалтҡан, страховка булмағас, ремонт аҡсаһын үҙе ҡапларға тейеш булған, авария урынынан ҡасҡан, эҙләп табып, бик ҡаты туҡмағандар, “Быстрые деньги” тигән үтескә аҡса биреү контораһынан арыу ғына аҡса алдырғандар, хәҙер процентын түләргә кәрәк. Шунан һуң көн дә шылтыратып, ҡурҡытыуҙар башланды, бөтәһе лә бахыр ҡатындан аҡса таптырҙы. Динара ҡайҙа барып бәрелергә белмәй үрһәләнде, ошо сетерекле хәлдән бер генә сығыу юлы ла тапманы. Ә ире әллә ҡайҙа аҙналар буйы юғалып йөрөй ҙә, көрсөккә терәлгәс, ҡайтып йыуынып-таҙарынып, ҡатыны үҙе ашамай балаларына һаҡлап ҡына тотҡан ризыҡты рәхәтләнеп һоғоноп, тәүлектәр буйы йоҡо һимертеп, тағы сығып юғала.

Динара нимә эшләргә белмәй шаҡ ҡатып торғанда, тейәнеп, апаһы килеп инде. Дөм ҡараңғы донъяһы яҡтырып киткәндәй булды, йөрәген өмөт йылытты. Тәүҙә күстәнәстәрен теҙеп һалды, балалар тиҙерәк тәмлекәстәргә йәбеште. Әсәләре сәй эсереп, уларҙы уйнарға сығарып ебәрҙе лә үҙе апаһына сәй ҡойҙо.

– Йә, һылыу, һөйлә, мин сәй эсергә килмәнем, нимәгә тарынығыҙ? Кисә коллекторҙар шылтыратып, Рәғитте беләһегеҙме, уның биш йөҙ мең һум бурысы бар, ҡатынына шылтыратабыҙ, телефонын алмай, бурысты иренән ала алмаһаҡ, ҡатынын ҡыҫабыҙ, балалары 158-се мәктәптә уҡый, шуны онотмаһын, тип һөйләй генә башлағайны, тетмәләрен теттем тегеләрҙең. Түҙмә­неләр, трубкаларын һалдылар, – Ләйсән, тыңларға әҙерләнеүен белдереп, ултырғысын алды ла һеңлеһе ҡаршыһына күсеп ултырҙы.

– Их, апай, белһәң икән хәлгенәмде. Һиңә бер ерҙән генә шылтыратҡандар, йәмғеһе бишәү, бурысы өс миллион! Апай, нимә эшләргә? Ул наркомандар менән сыуала, йәнәһе лә, бурысын ҡаплау өсөн һата, үҙе лә шул нәмәне тарта, һаҫыҡ еҫе бөтә фатирға тарала. Әйтә башлаһам, ҡотора ла китә. Күҙҙәре ҡоторған үгеҙҙеке кеүек, ҡурҡам мин унан...– тине лә Динара буҫлығып илай башланы.

– Ила, һылыу, хәсрәтең йөрәгеңде өтмәһен, йәш менән тышҡа бәреп сыҡһын, еңелерәк булыр, – тип һеңлеһенең ваҡытынан алда сал ҡунған сәсенән һыйпаны. 35-е лә тулмаған, йөҙөн йыйырсыҡ баҫҡан һылыуы уға үтә лә йәл ине. Нисек тә тиҙерәк Рәғиттән йолоп, был шаҡшының һаҙлығынан тартып алғыһы килде. Ошо минутта кейәүе ҡайтып инһә, өҙгөләп ташларҙай булып нәфрәтләнде, сараһыҙлыҡтан йөрәге сәнсеп ауыртты. – Динара, нимә тип балауыҙ һығып ултырабыҙ ул, эштәре бөткән кеше кеүек? Проблема бар икән, уны хәл итергә кәрәк бит. Бар, йыуынып сыҡ, ә мин шул арала әмәлен табырмын.

Ләйсәндең бер уҡыусыһы – юрист, ярай һуңғы осрашыуҙа, һорауығыҙ тыуһа, шылтыратығыҙ, тип визиткаһын биргәйне. Сумкаһының кеҫәһендә генә ятҡан икән, табып алып, номерын йыйҙы. Ҡара һин уны, ҡайһы арала был тиклем өйрәнеп алған Фаяз, йыуаш ҡына малай ине, әле сатнап тора. Кафела ярты сәғәттән осрашырға һүҙ ҡуйышып, телефонын һалды. Матур күлдәген кейҙереп, биҙәндереп алғас, Динараға әҙәм төҫө инде. Фаяз сабыр ғына тыңлап торҙо ла был хәлдән сығыу юлдарын аңлатты. Шулай итеп, Динара айырылышыу өсөн ғариза яҙҙы, алиментҡа бирҙе, шылтыратып ҡурҡытыусыларға ла юрист өйрәткәнсә яуап бирҙе. Ләйсән апаһы балаларҙы шул көндө үк ауылға тейәп алып ҡайтып китте. Динара иртәгәһенә декрет ялын өҙөп, эшкә сыҡты. Апайының һүҙҙәре ҡолағында сыңлап, алға әйҙәп торҙо: “Етте, һылыу, былай илап, ҡайҙан аҡса алырға белмәй, подъездарҙа кеше бысрағы таҙартып йөрөгәнсе, үҙ эшеңә сыҡ. Көҙгөгә ҡара, кейенеп-яһанып алғас, ҡарап тороуға сибәркәй булдың да ҡуйҙың. Гел шулай матур йөрө! Йәйен балаларыңды үҙем ҡарармын, көҙ тағы яйы сығыр әле. Рәғит ҡайтып күренһә, ҡалтырап төшмә, Фаяз әйткәнсә ҡаты һөйләш, инде лә булмаһа, шылтыратырһың, тине бит, визиткаһын юғалтма! Мин ышанам һиңә, ун көндән әлеге хәсрәтең ҡурҡыныс төш кеүек юҡҡа сығыр. Үҙеңде ҡара, салонға бар, прическа эшләт! Коллегаларың “Вәт был ял иткән”, тип аһ итерлек булһын! Үҙеңдең дә күңелең күтәрелер”. Ысынлап та, ике аҙнанан Ләйсәндәргә килешле кейенгән, зауыҡ менән биҙәнгән гүзәл ҡатын килеп ингәс, ҡапыл ғына таный алмай торҙо:
– Бына был исмаһам минең һылыу! Афарин! Артабан бөтәһе лә тағы ла яҡшыраҡ булыр! Иҫеңдә тот: үткән эшкә – салауат, башҡаса кирегә ҡайтма! Йүнһеҙҙе йәлләмә! Тик алға! Һин уңышлы!

...Эх, апайҙы тыңлаған булһам, хәҙер дауахана карауатында аунамаҫ инем. Айырылып онотоп бөткәс, йәлләп кире индерҙе, ялбарыуына, анттарына ышанып, тағы ла бер өмөт бирҙе. Үҙе лә шул алдаҡсының үҙгәреүенә ысын күңелдән ышанып, һүрелеп барған хистәрен ҡабат тоҡандырып ебәрҙе. Тик ул усаҡтың йылыһы ике айға ла етмәне. Үҙе ғәйепле бөтәһенә лә, тик үҙе!.. Кисәге хәлдәр ҡабат күҙ алдына килде: ул арып-талып һөт комбинатынан төнгө сменанан иртәнге ундар тирәһендә генә сыҡты. Лаборатория ике машина һөттә антибиотик тапты, шуларҙы кире ебәргәнсе апаруҡ ваҡыт үтте. Смена начальнигы итеп үрләткәс, бөтәһе өсөн дә ул яуап бирә, эш сәғәте бөттө тип әйтә алмайһың. Яңы программа буйынса бөтә мәғлүмәтте компьютерға индереп бөткәнсе ике-өс сәғәт үтеп тә китте шул, һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайтышлай кибеткә инеп, балаларына колбаса, йогурт, һуттар алып сыҡты.

Лифт ишеге асылыуға әллә ниндәй сит ил көйҙәре ҡолаҡты ярҙы, тауыш кемдең фатирынан килгәнен абайлағансы, Рамаҙандың үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырыуы мейеһен телеп үтте. Ул шар асыҡ ишектән атылып килеп ингәндә, фатир тулы ҡайһы шприц тотҡан, ҡайһыһы тәмәке көйрәткән, хайуандарса атланышҡан сыр яланғас әҙәмдәрҙе күреп, юғалып ҡалды. Ул арала улының сарылдап илаған тауышын ишетеп, йоҡо бүлмәһенә йүгерҙе. Иҙәндә эсен тотоп үрһәләнеп илаған улын, уға таба эйелгән шөкәтһеҙ ҡатындың ҡулындағы шприцты күреп, балаһына ярҙамға ташланды. Тегене сабыйы өҫтөнән йолҡоп алып ситкә быраҡтырғанда үҙҙәренең тахтаһында иренең ике ҡатын менән уйнаш итеп ятҡанын шәйләп алды, ҡулына эләккән ултырғысты өҫтәренә быраҡтырҙы ла сабыйын күтәреп, был мәхшәрҙән сығып ҡасыу яғын ҡараны.
“Бөтәһенә лә мин үҙем ғәйепле, ошо ҡәбәхәтте йәлләп, тағы мөмкинлек биргән булдым. Наркоман икәнен белә тороп, ташланым тигәненә ышандым. Күрәһеләрем бар икән.Рамаҙанымды ни эшләттеләр икән, наркотик ҡаҙап өлгөргән булһалар?..” Артабан упҡынға осто, бөтә донъя дөм-ҡараңғы, башҡаса бер нәмә лә иҫләмәй. Был ауыр хәтирәләрҙән Динараның йөрәге дарҫлап тибә башланы, башын ҡыршаулап, даң да доң тимер сүкеш менән бәргесләгәндәй үҙәккә үтеп ауыртып зыңланы, күҙ алды ҡараңғыланды, шунан кинәт ауыртыныу юҡҡа сыҡты, хатта нисектер рәхәт булып китте...Тағы упҡынға осҡанын аңлап, телен көскә әйләндереп бер генә һүҙ әйтә алды:
– Ярҙам ите...

***
Аңына килгәндә эргәһендә бик күп аҡ халатлы мәж килә ине. Ҡалҡынмаҡсы булды – аяҡ-ҡулдарын ҡыбырлата алманы, өндәшергә итте – тауышы сыҡманы, уйҙары буталды. Хәленең бөтөнләй ауыр икәнен төшөнгәс, күҙҙәренән субырлап йәштәре аға башланы. Беләгенә укол һалып булашҡан Гөлсинә, быны шәйләп, табипҡа өндәште:
– Рәис Рәсимович, Динара аңына килде.

Табип күҙ һирпеү менән ауырыуҙың хәлен аңлап алды ла:
– Һә-ә-ә, ҡара һин уны, иҫән ҡалдым тип ҡыуанып күҙ йәше түгә әллә?! – тип шаяртырға тырышты.
– Телефондан балаларҙың хәлен беләйем әле?
– Юҡ. Ниңә телефондан ғына, улар иртә таңдан палата ишеге төбөндә көтөп ултыра. Биш минутҡа ғына индерәм. Ә һин, һылыуым, аңла, ошо сабыйҙарың хаҡына йәшәргә тейешһең. Ирең ни ҡылһа ла, һинең үлергә хаҡың юҡ! Ике тапҡыр ҡотҡарҙым, өсөнсө инсульттан һаҡлан!
Табиптың һүҙҙәре Динараны тамам айнытып ебәрҙе.

Ишек асылыуға, өс улы килеп тә инде. Өлкәне йылмайырға тырыша:
– Әсәй, хәлең нисек?
– Яҡшы!
– Тиҙерәк һауыҡ!– тип уртансыһы суп итеп үбеп алғанда, битенә йәше тамғас, әсәнең йөрәге семтеп ҡуйҙы. Кинйәкәйе карауатҡа менеп ултырып тәтелдәй башланы:
– Әсәй, мин һин өйрәткәнсә врачты саҡырттым. Мин ҙур үҫкән шәп малай бит, эйеме? Ағайым ышанмаған була, атай саҡыртҡан, ти. Эйе, шулайта ти, улар әсәй ауғас та сығып ҡасты...
– Рамаҙан, мин һиңә нимә тинем? Күп һөйләнһәң, башҡаса эйәртмәйем! – Айнур ҡустыһыр етәкләп алды.
– Беҙҙе биш минутҡа ғына индерҙеләр. Өйҙә бөтәһе лә һәйбәт. Ләйсән апай ҙа, Айтуған ағайым менән Гөлгөнә еңгәм дә килде. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, тиҙерәк һауыҡ! – тип Алмасы ҡустыларын әйҙәләп алып сығып киткәс, бер килке үҙ халәтен аңлай алмай торҙо Динара. Балалар артынан ишек ябылып та өлгөрмәне, табип Ләйсән апайын эйәртеп килеп инде.
– Улдарыңды күргәс, күңелең тынысландымы? Ҡан баҫымыңды төшөрҙөк, хәҙер һауығыу тураһында ғына уйла! Ләйсән ханым, һөйләшкәнсә, биш минуттан ары тормағыҙ, ауырыуға ял итергә кәрәк,– тине лә сығып китте.
– Нимә, һылыу, башҡаса ял теймәгәс, ошолайтып булһа ла йоҡо туйҙырмаҡ булдыңмы? – апайы, һәр ваҡыттағыса, шаян һөйләште.
– Эй, апай, ниндәй йоҡо? Минең балаларҙы ташламаҫһың инде?– Динараның күҙҙәре йәшләнде.
– Ә-ә-ә, аҡылың алтын икән! Минең өс бала өҫтөнә үҙеңдекеләрен дә ҡалдырмаҡсы булаһың, ә?!
– Һуң, апай, кемгә ҡалдырайым? Күреп тораһың бит, өмөт юҡ!– Динара үкһеп илай башланы.
– А ну-ка, туҡта һыҡтауҙан! Теге донъяла лимит тулған, һине алмайҙар! Так что, туғанҡайым, йәшәргә тура килер!
– Нисек?
– Очень просто! Бына минең кеүек! Ун йыл элек микроинсульт кисерҙем, берәйегеҙ белдеме?! Шулай, һылыу, балалар хаҡына яҡты донъяға сат йәбешеп йәшәргә тырыштым. Аллаға шөкөр, әле лә үлем тураһында уйлағаным да юҡ!
– Һин көслө бит, апай. Рәғит минең рухты һындырҙы...
– Ялғайбыҙ уны, тәүге тапҡыр түгел дә инде. Иң беренсе сиратта – булыр-булмаҫ уйҙарҙы башыңдан сығарып ат!
– Әйтеүе генә еңел...
– Эшләүе лә ауыр түгел! Ошо минуттан гел позитив булһын! Ана, тәҙрәгә ҡара әле, яҙғы ҡояш нисек йылмая! Ҡышҡы сатлама һыуыҡ мәңге бөтмәҫ кеүек ине, йылынды бит көндәр.Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына болоттарға күтәрелеп ҡарағаның бармы?
– Бәләкәй саҡта әллә ниндәй йәнлектәргә оҡшатып көлөшә торғайныҡ, эйеме, апай?
– Эйе, һылыу, хәтфә үләнгә һуҙылып ятып, күккә ҡарап, сәғәттәр буйы “аттар” сапҡанын, “көсөк” менән “бесәй” уйнағанын күҙәтә инек. Әле лә ҡараһаң, мәрәкә ул, күрә белергә генә кәрәк.
– Һауаға ҡарап торорға ваҡыт юҡ бит, апай...
– Ә минеке бар! Эштән сумка тултырып, төндә тикшерергә дәфтәр алып ҡайтам, өс һыйыр һауам, көн дә ҡаймаҡ айыртам, май яҙам, өсәр үгеҙ һимертәм, йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрайым, ике теплица йәшелсә үҫтерәм, ҡышҡылыҡҡа салат эшләйем, тоҙлайым... Эшләгән эшемде һанап бөткөһөҙ. Ләкин һауаға ҡарарға ла, ҡар бөртөктәренең осоноп өйөрөлөүен күҙәтергә лә, йондоҙҙар емелдәүенә һоҡланырға ла ваҡытым етә! Ана, ағастар япраҡ яра, шул мөғжизә түгелме ни?
– И-и-и, мин иҫкә лә алмағанмын.
– Бынан һуң матурлыҡты күрергә өйрән!
– Тырышырмын, апай!
– Икенсенән, 18 көндән һуң үҙ аяҡтарыңа баҫып өйөңә ҡайтасаҡһың!
– Ай-һай...
– Быныһы ниткән һүҙ тағы? Мин бит һинән, ҡайтаһыңмы, тип һорамайым, табип әйтте, ә ул бындай ауырыуҙарҙы күп күргән кеше, белеп һөйләй!
– Ысынлап шулай тинеме?
– Ысын, апайыңдың ҡасан алдашҡаны бар?! Өсөнсөнән, бик матур ғына итеп 21 көн буйы шифаханала ял итеп, реабилитация үтеп ҡайтасаҡһың.
– Кит, апай, юлланмаға ҡайҙан аҡса еткерәйем?
– Һинән аҡса һораған кеше барҙыр шул, дауахананан ебәрәсәктәр, шулай тейеш! Ҡасан шифахана күрер инең әле?! Дүртенсенән, йәйгә сыҡҡас та Арҡайымға барабыҙ.Теге ваҡыт миңә файҙаһы тейҙе, шунда булғаны бирле йөрәк тә ауыртмай, ҡан баҫымы ла күтәрелмәй, дарыуҙың нимәгә кәрәген дә онотоп бөттөм, бер нәмәгә лә бошонмай, тыныс ҡына йырлап тик йөрөйөм.Һиңә лә шәп буласаҡ, мин әйтте тиерһең!
– Барып етеп булһа, уй, апай, унда тиклем алыҫ бит...
– Машина алып барып еткерә ул. Үҙебеҙ рулгә ултырырға ҡурҡһаҡ, Айтуған менән һөйләшербеҙ. Рәғитте нимә эшләтергә һуң, апай?
– Ярай, бергә йәшәгең киләме?
– Юҡ!
– Полицияға тапшыраһыңмы һуң?
– Балаларҙың атаһы бит...
– Ярай, һинеңсә булһын,үҙең өйгә ҡайтҡансы берәй әмәлен табырмын.
– Тәк, быныһы ла булды, тағы нимәне оноттом? Ә-ә-ә, иҫкә төштө! Мин теге ваҡыт биргән доғаларҙы ятланыңмы?
– Эйе
– Хәҙер шуларҙы бер туҡтауһыҙ ҡабатла. Аллаһы Тәғәләнән үҙеңә һаулыҡ һора! “Миңә нисек хәйерле, ғәмәлдәреңде шулай ҡыл”, – тип доға һуңында теләк телә. Аллаҡайым ярҙам итә ул, ни һораһаң, шуны бирә. Башыңа насар уйҙар инһә, тәсбих әйт, еңеллек килеүен үҙең дә тойорһоң. Ну всё! Күрһәтмәләр бирҙем, алға план ҡорҙоҡ, үтәйһең генә ҡалды. Һин быға әҙерме?
– Рәхмәт, апай, әлдә һин бар әле. Бөтә нәмәне рәткә һалдың, рух ялғанды. Йәшәйем былай булғас.
– Балаларың ҡараулы, Айтуған менән Гөлгөнәгә тапшырҙым, ашарҙарына айға етерлеген тейәп килтерҙем. Бер ҡайғырыр сәбәбең юҡ, мин икенсе килеүгә аяғыңа баҫҡан бул! Шундый сибәр, аҡыллы, белемле текә түрә ҡатынға үҙен йәлләп илап ятыу килешмәй ул!
– Текә түрә! Ну апай, һин, әйттең...
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ! Пока! – Ләйсән, өйөрмә кеүек, Динараның башындағы хәсрәтле уйҙарын ҡутарып алып ташланы ла, йәшәүгә ышаныс, маҡсат тәғәйенләп, сығып та китте.

Динара бер ни тиклем һушын йыя алмай ятты. Мәсьәләнең сиселеү юлын аңлағас, бөтә нәмә бер рәткә теҙелде, апаһы әйткәндәй, “все легко и просто!” «Нисек шулай булдыра ул?! Әллә ниндәй сетерекле хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба. Ана бит, микроинсульт кисергән, беҙ белмәй ҙә ҡалдыҡ, һауыҡҡан! Ә беҙгә апайҙың хәлдәре, үҙе әйтмәшләй, гел ал да гөл кеүек.Ул нимәгә тарыһа ла файҙа таба, юҡ икән – һабаҡ ала. Беҙгә лә шулай өйрәтә, гел аҡыллы кәңәш бирә, ҡайһы саҡ тыңламай ғына хур булабыҙ. Йә, ярай, бынан һуң тыңлармын. Хәҙер үк башлайым. Позитив, тинеме әле? Йәшәргә кәрәк! “Беткә үс итеп, тунды мейескә яҡмайҙар” тигәндәй, Рәғит өсөн үлеп ятып булмай әле! Беҙҙең менән әҙәмсә йәшәргә теләмәй икән, тимәк, беҙ балалар менән унһыҙ ҙа бына тигән итеп гөрләтеп йәшәйә­сәкбеҙ! Теге ваҡыттағы ҡыйын­лыҡтарҙы еңә алғанды, хәҙер ҙә еңеп сығырмын. Бына тигән эшем бар, ғаиләне аҡса менән былай ҙа үҙем тәьмин итәм . Ҡара әле, ысынлап та, биш йыл буйы минең елкәлә ята бит, әҙәм аҡтығы! Үҙгәрәм, мөмкинлек бир, тип ышандырып ҡайтып инде лә, йөрәген дә, фатирын да туҙҙырып, юҡҡа сығарып, тағы ла сығып олаҡты!Шунан тағы ҡайтты... Йә, ярай, был ҡәбәхәтте иҫләп, нервы бөтөрөп булмаҫ! Башҡаса ғәфү итмәйәсәк! Йәһәннәмгә олаҡһын! Улдарына насар миҫал булып тормаҫ!» Ошондай ҡарарға килгәс, Динараға еңел булып китте. Әллә ниндәй мөһим эш май­тарған кешеләй, доға­ларын уҡый-уҡый иҙрәп йоҡоға талды.

***
– Рәхмәт һеҙгә, Рәис Рәсимович, һеңлемде үлем тырнағынан йолоп алып ҡалдығыҙ!
– Был минең эшем, Ләйсән ханым. Ә бына һеҙ – шәп психолог! Һоҡла­ныуымды йәшерә алмайым, бөгөндән бында эшкә алыр инем! Динараға артабан нимә эшләргә икәнен бик шыма ғына аңлаттығыҙ ҙа бирҙегеҙ. Иманым камил, һеңлегеҙ башҡаса үлем тураһында уйламаясаҡ! Хәҙер дауалауҙың һөҙөмтәһе күпкә юғарыраҡ буласаҡ!
– Һеҙ ишетеп..
– Ғәфү итегеҙ, мин ишек төбөндә торҙом. Күп ваҡыт хәл белеүселәр, ауырыуға ҡушылып илап, хәлен киҫкенләштерә. Ашығыс ярҙам итергә тура килә. Әле лә шулай булмаһын тип алыҫ китмәгәйнем.
– Улай...
– Хәҙер һеңлегеҙ өсөн күңелем тыныс. Кризистан сығырға ярҙам иттегеҙ. Шулай бергәләп тырышһаҡ, аяҡҡа баҫтырырбыҙ.
– Иншалла.
***
Дауахананан шифаханаға ебәрҙеләр, унан үҙ аяғында күтәренке кәйеф менән ҡайтып инде Динара. Гөлгөнә килене тәмле итеп бишбармаҡ, бауырһаҡ бешереп ҡуйған, хуш еҫ подъездан уҡ танауҙы ҡытыҡлай. Гөлгөнәгә йөрөүе ауырлашҡан, ҡорһағы түп-түңәрәк, ҡапыл ярылып китер ҙә бәпәйе һикереп төшөр кеүек. Улай ҙа өйҙө лә, балалрҙы ла ҡарап торҙо, рәхмәт яуғыры. Ә Ләйсән апайы килә алмаған, бөгөн мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыларының район семинарын уҙғара. Кластарҙа балалар һаны аҙ булыу сәбәпле 5,6,7 синыфтарҙы бер төркөм, 8-9-ҙарҙы бер төркөм итеп ике дәрес, кластан тыш сара күрһәтә. Ошолай итеп өсәр класты бер дәрестә нисек өйрәтмәк кәрәк? Башҡортостанда йәшәп, башҡорт телен әҙәмсә уҡытырға аҡса тапмаһындар инде! Апайы нисек итеп йырып сығыр икән? Ҡуй, юҡҡа көймәйем әле, апайы булдыра алмаған эш юҡ ул!

Эй, рәхәтлеге үҙ фатирыңда балаларың эргәһендә булыуҙың! Йоҡларға ятҡас та, оҙаҡ һөйләштеләр, улдарының яңылыҡтары бик күп йыйылғайны. Берәм- берәм сабыйҙары тынды, ә ул тулған айҙың тәҙрәнән төшкән нурҙарына ҡойоноп, йондоҙҙарҙың күҙ ҡыҫыуына иркәләнеп ята бирҙе. Ниндәй сихри төн! Яратҡан йәрең менән һөйөшөп туймаҫлыҡ миҙгел! Их...

Кинәт асылып киткән ишек, Рәғиттең әшәке итеп һүгенеп фатирға ҡайтып инеүе, дейеү бәрейеләй, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп Динараны эҙләүе, йәш ҡатындың ләззәтле уйҙарын, татлы хыялдарын селпәрәмә килтерҙе.
– Ҡатманыңмы ни һаман! Ниңә ҡаршы алмайһың? Әйҙә, йоҡо бүлмәһенә!
Аңшайып торма, йәш саҡта үлә яҙып миңә сыҡҡайның бит, әле ярамайыммы ни? Шифаханала туйҙырып ҡайтарҙылармы әллә?
– Һин иҫерек, бар ят, айыҡҡас һөйләшербеҙ! Тауышланма, балаларҙы уятаһың!
– Уяттыраһың килмәһә, ҡарыулашма!– ғифриттең ауырыу ҡатынға көсө етте, сәсенән эләктереп һөйрәкләп алып инеп китте.

Әллә ҡасандыр ғүмеренән артыҡ күреп яратыуы иҫенә төштө, әллә тауышһыҙ үкһеүе тәъҫир итте, вәхшиҙәрсә ҡыланған ир ҡапыл туҡтап ҡалды:
– Алйот һин, Динара, нимә ҡарап миңә кейәүгә сыҡтың?
– Һин бындай түгел инең...
– Үҙеңде алдама! Мин һәр ваҡыт шул Рәғит инде. Йүнле кешенән әсәһе баш тартамы әллә?
– Аҡсаң күп сағында уға ла, туғандарыңа ла кәрәк инең дә ул...
– Шул шул, аҡса күптә, ә хәҙер?
– Миңә үпкәләр хәлең юҡ! Яңы тыуған сабый менән, бер тинһеҙ ҡалдырып, ташлап сығып киткәс тә, балалар хаҡына ғәфү итә алдым.
– Эйе, ғәфү иттең! Ә мин бер ваҡытта ла үҙемдең ниндәй ҡәбәхәт икәнемде онота алманым! Шундай һәйбәт сибәр уңышлы ҡатын фонында үҙемдең ниндәй юҡҡа сыҡҡан нәмә икәнем асығыраҡ күренде. Һин ғәйепле бөтәһенә лә! Һин!
– Мин һине ҡырҡҡа еткәс наркоман яһаманым!
– Ә-ә-ә, һин шулаймы ни әле?! Һин генә алла бәндәһе, мин насармы?! – ир кинәт ҡыҙып китеп ҡатынды бар көсөнә туҡмай башланы. Динараның асырғаланып ҡысҡырыуына Алмас килеп инде. 15 йәшлек егет йән көсөнә атаһын алып осорҙо ла әсәһен күтәреп алып сығып китте.
– Әсәй, мин полицияға шылтыратам
– Ҡуй, балам, атайың бит!
– Күпме түҙергә була!– улы телефонын алды.
– Төрмәгә япһалар, һеҙгә «тюремщик» балаһы тигән мөһөр тағыласаҡ бит!
– Былай ҙа йәшәп булмай инде...
“Былай ҙа йәшәп булмай” – балаһының һүҙҙәре оҙаҡ башынан сыҡманы. Нимә эшләргә һуң? Нисек йәшәргә? Динара хәле бөтөп, залдағы диванға ауҙы, күкрәгенән һурылып йәне сығып барған кеүек, әллә үлеме шул инде? Ҡатындың һыҡтауын ирҙең ғырлауы баҫты. Ул арала таң да атты.
*** ***
Ләйсән бөгөн иҙелеп уянды, уянды тип әллә ни йоҡламаны ла инде, төштәре буталды, һеңлеһен әллә нисек сәйер итеп күрҙе. Һыйырҙарын һауғанда ла һеңлеһе иҫенән сыҡманы. Йүнлегә түгелдер инде, тип шылтыратып хәлен белергә булды.Телефонды тиҙ алды:
– Апай, бәхил бул!..
Үкһеү аша өҙөк-өҙөк һүҙҙәрҙән эштең хөртлөгөн аңланы Ләйсән:
– Һеңлем, дарыуҙарыңды ҡап та, доға уҡы, мин хәҙер килеп етәм!

Ошондай көрсөккә терәлгән саҡтарында Ләйсән Гөлүзәнән кәңәш һорай. Ашығып телефондан күрәҙәсе дуҫының номерын эҙләне. Гөлүзә кинәт барлыҡҡа килгән һәләтен кешеләргә белдереп бармай, туған-тумаса, дуҫ-иштәрен ярҙамынан ҡалдырмай: һыҙланыуҙы, ауырыуҙарҙы ниндәйҙер үҙе лә аңламаған доғалар ярҙамында дауалай, сетерекле хәлдән сығыу юлын да өйрәтә быларҙы минең аша юғары көстәр эшләй, ти. Әле лә һорауын әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән, дуҫы:
– Уф, тәнем земберләп ҡуйҙы. Һеңлеңдең хәле ныҡ насар! Уф, теге наркоман ишектән инә, уға эйәреп фатирға ҡап-ҡара хәшәрәттәр тула! Былай ҙа хәлһеҙ һеңлеңдең энергияһын һуралар, тыны ҡыҫыла бахырҙың. Ашыҡ! Ярҙам итеп өлгөрә алаһың әле. Артыш төтәтеп, белгән доғаларыңды уҡып, фатирын таҙарт,тоҙло һыу менән иҙәнен йыу, бигерәк тә мөйөштәрҙе ҡалдырма! Рәғитте...
– Уны полицияға тапшырам, һәйбәтләп әйткәнде аңламаны
– Ҡыҙма! Динара улай теләмәй. Миңә һандар күрһәтәләр, яҙып ал әле, был наркомандарҙы дауалай торған ерҙеке булырға тейеш, шылтырат.
– Аңланым, ә һеңлемә «тиҙ ярҙам» саҡыртайыммы?
– Юҡ, табиптар тейешен эшләгән инде, хәҙер улар ярҙам итә алмаҫ.
–Һылыуым үл...
– Юҡ, һин нимә, тыныслан! Өфөлә аҡ мәсет бар, шунда көслө хәҙрәт эшләй булыр. Оҙон мыҡты кәүҙәле, һөйләшеүе беҙҙекенән айырыла, исемен Шәрәфи тип атайҙар, шуны тап! Унан өшкөрт, ҡалғанын үҙе өйрәтер.

Өфөгә ҙур тиҙлектә елеп барһа ла, үҙенә бик оҙаҡ тойолдо, башында ҡурҡыныс уйҙар ҡайнашты. Юлда теге номерға шылтыратты, наркомандарҙы реабилитациялай торған клиника булып сыҡты, үҙҙәре барып та ала икән, адресын һоранылар, хаҡы менән ҡыҙыҡһынғас, әллә ниндәй господдержка тип һөйләнде, тимәк, бушҡа. Был проблеманы хәл итеүгә, мәсеткә килеп тә етте, үҙе студент йылдарында барғылай ине, эҙләп йөрөйһө булманы. Шәрәфи хәҙрәтте һорашып тапты, уға инергә кеше күп, ғәфү үтенеп, хәлде аңлатып эскә уҙҙы. Хәҙрәт тыңланы, бер сәғәттән барып етеренә ышандырып, адресты алып ҡалды.

Ләйсән барып ингәндә, Рәғит артынан килгәйнеләр, һеңлеһенә аңлатты ла уны тейәшеп ебәрҙе, тиҙ генә иҙәндәрҙе йыуып, өйҙө таҙартты, үҙе менән алып килгән ваҡ бәлештәрҙе йылытты, ул арала мулла ла килеп етте.Бер сәғәттән улар Динара менән икәүләп залға сыҡты. Һеңлеһен үҙ аяғында күреп ҡыуанысынан нимә ҡылырға белмәне апаһы, матур итеп әҙерләнгән табынға саҡырҙы. Шәрәфи хәҙрәт артабан нимәләр эшләргә, ниндәй доғалар уҡырға өйрәтте.

– Һин барыбер мәсеткә киләсәкһең әле, туғаным, – тине ул хушлашҡанда.
– Йөрөрлөк тә хәлем юҡ шул...
– Һаулыҡты ла, көстө лә Аллаһы тәғәлә үҙе бирә ул. Дөрөҫ юлды күрһәтеүсе лә тик Хоҙай ғына!
*** ***
Бөтә өйҙө яңғыратып, телефон зыңланы. Һылыуының исеме сыҡҡас ҡото осто, йә Хоҙай, тағы нимә булды икән?!
– Һаумы, апай! Һиңә рәхмәт әйтергә шылтыратам.Әлдә һин бар! Мине үлемдән ҡотҡарҙың, йәшәргә көс бирҙең.Үҙемде шундый яҡшы хис итәм! Мин бөгөн эшкә сыҡтым!
– Һөйөнөслө хәбәреңә рәхмәт. Иҫән-имен генә була күр, башҡаса ҡурҡытма беҙҙе. Рәхмәтеңде миңә түгел, Раббыбыҙға әйт. Ул һиңә һауығырға көс бирҙе!
– Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтемде әйтеү генә түгел, көнө-төнө яуҙырам. Мин намаҙға баҫтым бит, апай! Ауырығанда күп уйландым. Был донъяның байлығы ла, бөтә рәхәтлеге лә, эштә биләгән ҙур урын да, йөрәкте өткән һөйөү ҙә, Рәғиттең ҡәбәхәтлеге лә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡас сүп кеүек тойолдо. Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡарамағында! Ул беҙҙе яҡты донъяға һынау өсөн ебәрә. Кемделер – байлыҡ, кемделер – ауырыу, кемделер фәҡирлек менән һынай...

– Ә һинең өлөшкә һынауҙың бигерәк ҡатыһы төштө шул...
– Булһын, апай, түҙгәндәргә әжерен дә йәлләмәй биреүсе ул – Хоҙай.
– Мин шатмын һинең өсөн, ҡәҙерлем! Хәҙер аңланыңмы инде яҙмышыңдың ошолай булыуына ғәйебең юғын?
– Әсәй алдында ҙур ғәйебем бар. Әсә һүҙен йығырға ярамай, тыңларға кәрәк булған! Күпме ҡайғырҙы бит ул минең өсөн!
– Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында, тип боронғолар белмәй әйтмәгән шул.
– Ялға, ниһайәт, ауылға ҡайтам, теҙләнеп ғәфү үтенәсәкмен, әсәй аңлар, ул бит фәрештәләй саф күңелле!
– Һин башыңдан үткәндәрҙе әсәйгә һөйләй күрмә. Уның һаулығын аяным, вис әйтмәнем, шифаханала элемтә юҡ, тинем.
– Борсолма, апай!

Телефонды һалғас та күңел күтәренкелеге кәмемәне. Бына бит, Хоҙайҙың рәхмәте киң! Һәр кем Аллаһы Тәғәләгә үҙенсә килә, ә һеңлеһенең юлы ай – һай урау, ҡатмарлы булды. Инде алдағыһы хәйерле була күрһен. Ул арала, күңелгә тыныслыҡ биреп, мәсет яғынан аҙан тауышы ишетелде...

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: