Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль 2023, 16:33

Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр

Ваҡыты-ваҡыты менән бауырҙы таҙартып торорға кәрәк.

Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр
Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр

Беҙҙең организм ашаған ризығыбыҙҙы эшкәрткәндә шул тиклем ҙур көсөргәнеш кисерә. Айырыуса бауырға ныҡ көс төшә. Шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән уны таҙартып торорға кәрәк.

 Түбәндәге эсемлектәр бауырҙы таҙартырға һәм  организмдан төрлө токсиндарҙы һәм майҙарҙы ҡыуып сығарырға булышлыҡ итә.

   

Төҫлө эсемлек

Яаты лимон, 1 татлы борос, 1 алма, 1  артыҡ ҙур булмаған ҡыяр алына.  Шуларҙың һутын һығып, яңы сағында ғына эсергә кәрәк. Әгәр ҙә көнөнә 2-3 стакан ошо һутты эсһәгеҙ, бауырығыҙ таҙарып, дөйөм хәлегеҙҙе яҡшыртып, кәйефегеҙ күтәрелеп китер.

 

Йәшел сәй

Ярты стакан һыуынған йәшел сәйгә ярты лимон   һәм бер банан һуты ҡушығыҙ. Тәмле лә, файҙалы ла.   Йәшел сәй организмды бик тиҙ таҙартырға булышлыҡ итә.

 

Куркуманан әҙерләнгән эсемлек

Ярты стакан һыу, ярты балғалаҡ куркума, бер аҙ имбирь һәм бер лимон һутынан әҙерләнгән эсемлек  бауырҙы таҙарта һәм эсәктәрҙән токсиндарҙы сығара, шулай уҡ үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в