Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Февраль 2023, 12:24

Ниндәй һуттар әҙерләп эсергә?

Файҙалы ла, тәмле лә булһын

Ниндәй һуттар әҙерләп эсергә?
Ниндәй һуттар әҙерләп эсергә?

Сәләмәтлек тураһында сир аяҡтан йыҡҡанға тиклем хәстәрләргә кәрәклеген белгестәр даими иҫкәртеп тора. Уның өсөн дөйөм иммунитетты күтәрергә, тәнде физик яҡтан сыныҡтырырға, шулай уҡ организмдың витаминдарға ҡытлыҡ кисермәүен алдан хәстәрләргә кәрәк.

Ошо йәһәттән, йәғни авитаминозды иҫкәртеү буйынса, түбәндәге биш ысул бик һөҙөмтәле иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта күп сығым да талап ителмәй, тик үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән йә булмаһа йыл әйләнәһенә магазин кәштәләренән өҙөлмәгән йәшелсә-емештәрҙе дөрөҫ файҙалана белеү генә шарт.

1. Алма-кишер һуты. Алма һәм кишерҙең яңы һығылған һутын бергә ҡушып, иртән ашарҙан алда эскәндә, организм кәрәкле матдәләр һәм микроэлементтар менән байыясаҡ һәм көс-хәл көнө буйына етерлек буласаҡ.

2. Сөгөлдөр һуты. Уның да яңы ғына яһалғаны файҙалы. Һутты көнөнә бер тапҡыр ашар алдынан 50 грамлап ҡына эсергә кәңәш ителә. Ул - иммунитетты бик яҡшы күтәреүсе, йөрәк-ҡан тамырҙарын, тырнаҡ-сәсте нығытыусы, аш һеңдереү эшмәкәрлеген яйға килтереүсе көслө халыҡ сараһы.

3. Шәкәрле мүк еләге. Ул да - авитаминозды булдырмау өсөн шәп ризыҡ. Еләкте көнөнә ике-өс тапҡыр берәр балғалаҡлап ашау ҙа етә.

4. Лимон менән күрәгә. 100 грамм күрәгәне һәм ҡабығы менән лимонды ваҡлап, уға ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатҡас, иммунитетты күтәреүсе тәғәм килеп сыға. Уны һәр иртә ашар алдынан берәр балғалаҡ ашау ҙа тейешле һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.

5. Виноград ҡайнатмаһы. Кем ҡышҡылыҡҡа унан бөтөн көйө ҡайнатма эшләп ҡуйған - бик яҡшы, сөнки емешенән бигерәк һөйәктәре файҙалы. Улар - көслө антиоксидант булыу менән бер рәттән, авитаминоздың билдәләре менән дә уңышлы көрәшә.
Фото: 1zoom.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: