Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 09:35

Ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы бергәләп үтәйек

Уҙған аҙнала район хакимиәте бинаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре менән осрашыу үткәрҙе.

Ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы бергәләп үтәйекВаҡытлыса ауырлыҡтарҙы бергәләп үтәйек
Ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы бергәләп үтәйек

Белеүебеҙсә, С.М.Чугункин исемендәге мәктәп авария хәлендә булғанлыҡтан, мәктәп уҡыусылары бөгөнгө көндә ва­ҡытлыса икенсе биналарҙа уҡыр­ға мәжбүр. Шул сәбәпле, 1-5-се класс уҡыусылары ике сменала “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында, 6-8-се класс уҡыусылары гимназияла һәм 9-11-се класс уҡыусылары 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә белем ала.
Әйткәндәй, март айында районыбыҙҙың 2-се Ҡырмыҫ­ҡалы мәктәбендә лә капиталь ремонт үткәреү буйынса эштәр башлана. Шуға бәйле уҡыу­сыларҙы ваҡытлыса икенсе биналарға урынлаштырыу йәһәтенән ҡайһы бер уңайһыҙ­лыҡтар көтөлә. Осрашыуҙа шу­ға бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
- Бөгөнгө йыйылышта икен­се мәктәпте ремонтлауға күсеү менән бәйле һорауҙарҙы хәл итәсәкбеҙ. Мәктәпте ремонтлау тураһында беҙ һеҙҙең менән алдан һөйләшкәйнек инде һәм беҙҙе нимә көтә, ниндәй уңайһыҙлыҡтар һәм ҡыйынлыҡтар тураһында ҡайһы бер ата-әсәләр хәбәрҙар. Бөгөн беҙ һеҙҙе балаларҙы нисек урынлаштырыу, ниндәй кластар ҡайҙа уҡыуы, сменалар алмашыныуы менән таныштырасаҡбыҙ һәм көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һорауҙар бирә алаһығыҙ. Март айында районыбыҙҙың ике мәктәбендә - 2-се Ҡырмыҫҡалы һәм Ефремкин мәктәптәрендә капиталь ремонт буйынса эштәр башланасаҡ. Бөтә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ремонт осорон башҡа биналарҙа үткәрергә тура киләсәк. Ефремкин ауылында шундай уҡ осрашыу үткәреп, килеп тыу­ған хәлдән сығыу юлын таптыҡ – уҡыусылар ваҡытлыса балалар баҡсаһы, ауыл клубы һәм урындағы хакимиәт биналарында уҡыясаҡ. С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең башланғыс звеноһы уҡыуҙы “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы бинаһында дауам итәсәк. 6-8-се класс уҡыусылары гимназияға икенсе сменала йөрөйәсәк. Төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек осороноң мөһимлеген аңлап, 9-11-се кластар беренсе сменала гимназияла уҡыясаҡ, тип ҡарар иттек. Ремонт эштәрен 1 июндән түгел, ә 1 марттан башларға булдыҡ һәм 1 сентябргә тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. Бергәләп ошо ҡатмарлы этапты үтә алырбыҙ һәм киләсәктә яңыртылған 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә уҡырға килербеҙ, тип ышанам. Әлбиттә, бөтәбеҙҙе лә яңы мәктәптең төҙөлөшө борсой. Үкенескә күрә, бөгөнгә яңы бинаны һалыуҙың аныҡ ваҡыты юҡ. Әлегә был мәсьәләлә алға китеш юҡ, сөнки мәктәп төҙөлөшөнә норматив буйынса билдәле бер хаҡ һалына. Бер балаға бер миллион һум иҫәбенән мәктәп хаҡы билдәләнә. Беҙ 800 балаға иҫәпләнгән мәктәп проектын төҙөйбөҙ, шуға күрә мәктәп хаҡы яҡынса 800 миллион һум тәшкил итәсәк. Был бик ҙур сумма һәм әлеге ваҡытта беҙгә төҙөлөш ваҡыты хаҡында бер кем дә әйтә алмай. Шуға күрә мин дә әлегә был һорау­ға аныҡ яуап бирә алма­йым. Әлегә эксперт советының ултырышы булманы. Балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәпте проектлау буйынса эштәрҙе киләһе йылға Республика адреслы инвестиция программаһына индереүгә өлгәшербеҙ, тип уйлайым. Һәр хәлдә, беҙ бының өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ һәм беҙҙә С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең өр-яңы бинаһы булыр, тип өмөт итәбеҙ,- тине муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы.
Артабан йыйылышта ҡатнашыусылар көнүҙәк һорау­ҙар бирҙеләр. Мәҫәлән, “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы бина­һынан икенсе сменала уҡыусы балаларҙы автобуста ташыу өсөн мәктәп директоры Дамир Флүр улына балаларҙың теүәл иҫәбен бирергә ҡушылды. Шу­нан сығып маршрут юлы һалынасаҡ тиелде. Әйткәндәй, балаларҙы автобустарҙа ташыу буйынса норматив та бар. Өйҙән мәктәпкә тиклем арауыҡ өс саҡрымдан алыҫыраҡ булһа, ул балалар автобуста йөрөтөлә, ә инде өс саҡрымдан кәмерәк арауыҡта йәшәүселәргә автобус булмай. Бынан тыш, мәктәп янындағы юлдарҙы таҙартыу, урамдарҙы яҡтыртыу проблемалары ла күтәрелде. Шулай уҡ икенсе сменанан кис урамдан йәйәүләп ҡайтыусы балаларға берәҙәк эттәрҙең хәүеф тыуҙырыуы тураһында ла әйтелде.
- Федераль ҡануниәткә яраш­­лы, беҙ эттәрҙе тоторға һәм ваҡытлыса тотоу урынына ебәрергә тейешбеҙ. Шунан сте­рилләргә, ике аҙна буйы бөтә ауырыуҙарҙан прививка­лар эшләтеп һауыҡтырыр­ға һәм тотолған урынына кире ебә­рергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бө­гөнгө осрашыуҙа ҡаралған мәсь­әләләрҙең барыһы ла иҫәпкә алынды һәм яҡын арала хәл ителәсәк,- тине Әлфир Фәрхәт улы.
Әлфир Фәрхәт улы шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ауылындағы төҙөлөш объекттары менән таныштырып үтте. 2022 йылда 27 саҡрым самаһы асфальт юл төҙөлдө һәм асфальт түшәлде. Быйыл Чапаев урамында тротуар барлыҡҡа киләсәк. Дауахана артында кәмендә өс йылға иҫәпләнгән проект ҡаралған. Быйыл унда балалар майҙансығы төҙөй башлаясаҡтар. Эйе, эшләнәһе эштәр күп, ауыл халҡы өсөн барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип өмөт итәбеҙ.
Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас