Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 07:57

Шәп машина әрәм булған

Иртән Булгаков-Боҙаяҙ автомобиль юлының 2-се саҡрымында "Смарт" автомобиле менән "ГАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. 

Шәп машина әрәм булғанШәп машина әрәм булған
Шәп машина әрәм булған

Иртән Булгаков-Боҙаяҙ автомобиль юлының 2-се саҡрымында Өфөнән 40 йәшлек ҡатын идара иткән "Смарт" автомобиле менән 58 йәшлек ир идара иткән "ГАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән ҡатын дауаханаға оҙатылған, медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған. Ул былтыр ғына водитель таныҡлығын алған. Юл-транспорт ваҡиғаһы  буйынса тикшереү бара. 

Республикала уҙған тәүлектә бөтәһе ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән.

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ, дуҫтар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-01/sh-p-mashina-r-m-bul-an-3126081

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас