

2023 йылдың 1 мартынан Башҡортостан мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, дауаханаларын һәм башҡа социаль учреждениеларын газ менән тәьмин итеү бушлай ойошторола, ти "Башинформ" агентлығы..
Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Республика менән идара итеү үҙәгенән «Газпром төбәк-ара газ Өфө»нөң генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә 2021-2025 йылдарҙа Башҡортостанда 25 меңгә яҡын йортҡа һәм 277 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү планлаштырыла.
Автор и фото: башинформ.ру