Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Ғинуар , 10:13

"Махсус операция балалары" статусы кемдәргә бирелер?

Рәсәйҙә «махсус операция балалары» статусын ғәмәлгә индерергә йыйыналар.

"Махсус операция балалары" статусы кемдәргә бирелер?
"Махсус операция балалары" статусы кемдәргә бирелер?

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ошо хаҡтағы закон проектын әҙерләй. Яңы закон был балаларға төрлө түләүҙәр индереүгә, ташламалар булдырыуға ҡағыла.

«Донбасстағы конфликтҡа бәйле туғыҙ йыл эсендә бер быуын һуғыш балалары үҫте. Уларҙың бала сағы снарядтар шартлауы аҫтында үтте. Йөҙләгән меңе Рәсәй гражданы  статусын алды һәм һаман да беҙҙең ярҙамға ышана. Халыҡтың был категорияһын таный торған статус – беҙҙең улар өсөн башҡара алырлыҡ эштәрҙең бик аҙығы ғына», – тип белдергән  РФ Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе, ЛДПР лидеры Леонид Слуцкий.

 

Фото: dogbi.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в