Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Ғинуар , 09:30

Күңелле студент йылдары

Студент йылдары һәр кемебеҙҙең күңелендә иң матур йәшлек йылдары булып уйылып ҡалғандыр. Күпме дуҫтар, күпме остаздар таптыҡ беҙ ошо осорҙа! Ҡырмыҫҡалы ауылынан Өфө нефть-техник университетының 4-се курсында уҡып йөрөүсе Ямалетдинов Илнар әлеге мәлдә иң күңелле, иҫтәлекле һәм бәхетле мәлдәрен кисерә. 

Күңелле студент йылдары
Күңелле студент йылдары

Ҡырмыҫҡалы ауылынан Ямалетдинов Илнар Илдар улы мәктәпте уңышлы тамамлап, имтихандарҙы еңел тапшырып, Өфө нефть-техник университеты студенты булып китә. Бөгөнгө к өндә 4-се курста уҡый. Уҡыуында тик яҡшы һөҙөмтәләргә генә ирешә. Уҡыу йортонда юғары билдәләргә өлгәшеүселәргә бик күп өҫтөнлөктәр ҙә бар. Тырыш, уңған егет яҡты хыялдар, өмөттәр менән генә йәшәй. Үҙен камиллаштырыу өҫтөндә бик күп эшләй. Киләсәктә уҡыуын магистратурала дауам итергә ниәтләй. Уҡыуы бик оҡшай, мауыҡтырғыс, ти. Әйткәндәй, быйыл “БАШҠОРТ туңдырмаһы” йәмғиәтендә практика үтеп, ҙур  тәжрибә туплаған. Был һөнәрҙе һайлап яңылышмағанмын, тигән һөҙөмтәгә килдем ти ул. Егет белем алыу менән генә сикләнеп ултырмай, уҡыу йорто тормошо менән ҡайнап йәшәй. Һәр яҡтан үҙен күрһәтергә тырыша. Төрлө конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ егет, уҡыу йортоноң футбол буйынса йыйылма командаһында уйнай. Сос,  етеҙ, әүҙем тормош алып барыусы яҡташыбыҙға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Илнар уҡыу йортоноң дөйөм ятағында көн күрә. Ятаҡта дуҫтар менән бергәләп, бөтөнләй яңы, үҙаллы тормош ҡороп йәшәү үҙе ҡыҙыҡлы. Ундағы көнкүреш – айырым бер донъя. Танышыуҙар, яңы дуҫ­тар, бергәләп сессия­ларға, имтихандарға әҙер­ләнеүҙәр... Бер бүлмәлә бергә йәшәгән һабаҡташтар менән яҡын дуҫҡа, туғанға әйләнәһең, сөнки бер ҡаҙандан ашайһың, бергә күңел асаһың, шатлыҡтарҙы, проблемаларҙы уртаҡлашаһың. Хатта, йәшәү рәүештәре бөтөнләй беҙҙең халыҡтан айырылған студенттар менән дә уртаҡ тел табып, тормош көтәһең, ти ул.

Студент тормошо – ул иң күңелле, онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай осорҙарҙың береһе, бер генә була торған мәл, Һиҙмәй ҙә ҡалаһың үткәнен. Студент осороғоҙҙоң ҡәҙерен белегеҙ, тип әйтке килә бөгөн төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәргә.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в