Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Ғинуар , 09:06

"Хәйриә кәрзине" ойошторғандар

Оло йәштәгеләр билдәләүенсә, район үҙәгенә барып етеү еңел түгел, ә улар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләй.

"Хәйриә кәрзине" ойошторғандар
"Хәйриә кәрзине" ойошторғандар

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә Баҡалы районының Иҫке Кәстәй ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡаҙансы ауылындағы магазинда “Хәйриә кәрзине” ойошторғандар. Унда һәр һатып алыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына бирергә теләгән әйберен һатып алып ҡалдыра ала.

Оло йәштәге граждандар билдәләүенсә, район үҙәгенә барып етеү еңел түгел, ә улар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләй.

“Хәйриә кәрзине” тулыландырыла. Пенсионерҙар ҙа, йәштәр ҙә уға аҙыҡ-түлек, беренсел кәрәк-яраҡ һала. Быларҙың барыһы ла гуманитар йөк менән бергә ебәреләсәк.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в