

Матәмдә Башҡортостан Республикаһының Конституцион Советы Рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латипов, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙең туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм яҡташтары ҡатнашты.
Рәфис Фәнис улы 1999 йылдың 30 мартында Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә белем ала. Уҡыған осорҙа үҙен әүҙем уҡыусы итеп таныта. Мәктәп тормошонда, йәмәғәт эштәрендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә. Тырыш, ярҙамсыл һәм яуаплы егет булараҡ класташтары һәм уҡытыусылары уны барыһы ла хөрмәт итәләр. Мәктәпте тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжы филиалына уҡырға инә. “Ауыл хужалығы етештереүе мастеры” һөнәрен ала. Колледжды тамамлағас, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен Белгород өлкәһендә разведчик званиеһында үтә. 2022 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән тәүге көндәрҙән хеҙмәткә алына. 2022 йылдың 27 декабрендә Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хәрби хәрәкәттәр барышында үлемесле яраланыуы Рәфис Фәнис улының ғүмерен өҙҙө. Уға ни бары 23 кенә йәш ине.
- Хөрмәтле Фәнис Фәнил улы һәм Рузилә Минислам ҡыҙы, ҡырмыҫҡалылар. Бөгөн беҙ Башҡортостандың лайыҡлы улы, ҡыйыу яугир, илебеҙҙең ысын һаҡсыһы Талхин Рәфис Фәнис улын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Республикабыҙ парламенты етәкселеге, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм шәхсән үҙемдән туғандарының, яҡындарының һәм район халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Нацизмға ҡаршы көрәшеүҙә Ватаныбыҙҙы, беҙҙе яҡлағаны өсөн баш эйәбеҙ, ихтирам күрһәтәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Ул ситтә тороп ҡалманы, шулай уҡ тиҫтәләгән мең һалдат һәм офицерҙарыбыҙ кеүек үк Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының юғары баш командующийы указын намыҫ менән үтәне. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булды. Бөгөн, әлбиттә, ата-әсәһе алдында улдарын ысын илһөйәр, Ватанды һаҡлаусы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн баш эйәм. Һеҙҙең йөрәк әрнеүегеҙҙе, әлбиттә, бер ниндәй ҙә һүҙ йыуата алмай. Беҙ һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Тыныс йоҡла, баһадир һалдат,- тине Башҡортостан Республикаһы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
- Хөрмәтле ҡырмыҫҡалылар, бөгөн беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек. Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙы юғалттыҡ. Яҡташыбыҙҙың яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ. Рәфистең ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, -тине муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латипов һәм батыр һалдаттың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыласағы хаҡында әйтте.
- Рәфисте мин шәхсән белә инем. Колледжды тамамлар алдынан военкоматҡа килеп, армияға саҡырыуҙы һораны. Шулай уҡ бер һүҙһеҙ хәрби запаста торҙо һәм мобилизация осоронда өҫтәмә саҡырыуһыҙ хәрби комиссариатҡа килде. Шундай ҡыйыу егеттәр арҡаһында беҙҙең баш өҫтөндә күк йөҙө тыныс,- тине Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариаты комиссары ярҙамсыһы Рөстәм Вәлитов.
2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡытыусыһы, Рәфистең класс етәксеһе Светлана Хәмитова ла күҙ йәштәрен йәшерә алманы.
– Рәфис беҙҙең мәктәптә 1-се кластан 10-сы класҡа тиклем уҡыны. Шат күңелле, тыйнаҡ, яуаплы булыуы менән хәтеребеҙҙә ҡалған. Класташтары менән һәр саҡ яҡшы һәм йылы мөнәсәбәттәрҙә булды. Бер ҡасан да йәмәғәт эштәренән баш тартманы. Ата-әсәһе уға яҡшы тәрбиә биргән. Шундай ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Рәфис тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ,- тине ул.
Рәфистең бабаһы Рәүф Ғәбиҙуллин да уның бәләкәйҙән тырыш, зирәк, алсаҡ, ярҙамсыл булыуы хаҡында бәйән итте. Туғандары өсөн йән атып торҙо, утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер ине, һәр беребеҙгә өлгөлө, абруйлы булды, тине ул.
Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яугир үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды.
Барлыҡ район халҡы исеменән Рәфис Фәнис улының ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Ҡыйыу йөрәкле ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙҙең алда оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ!
Тыныс йоҡла, Рәфис, беҙҙең йөрәктәрҙә Һин мәңге йәшәрһең...
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.