Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ғинуар , 23:43

Ҡурай моңо...

- Баш осомда ҡурай уйнап торһон...Васыятың, Бабай, үтәлде!..

Ҡурай моңо...
Ҡурай моңо...

Илдең хәле ҡыл өҫтөндә саҡта
Ил һинеме өҫкә күтәрҙе?!

Көрсөктәге илде алып сыҡтың,
Ил уланы һин ул, Мортаза,
Эшең менән халыҡ һөй(ө)үен алдың,
Намыҫың да һинең тап- таҙа!

- Һуңғы башҡорт ҡәберендә уйнар,
- Тиһәләр ҙә - һуңғы ҡурайсы.
Ҡурайыбыҙ, ҡурайсылар даны
Ерем шарын һаман урайсы...

Уралымда үҫкән ҡурай моңо,
Һине оҙатҡанда, ағылды...
Ауыр саҡта улар менән булғас,
Һинең янға халыҡ ағылды...

Халҡың һәм ҡурайға ғүмер юрап,
Мәңгелеккә һинең осоуың.
Ҡурай моңо менән йәнгенәңдең
Йыһан киңлектәрен ҡосоуы...

Земфира Аҡбутина.
Видеояҙмала Мортаза Ғөбәйҙулла улы тыуған яғында.

https://vk.com/yeshlek_gazite?w=wall-35065816_246565

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в