Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ғинуар 2023, 21:45

Ҡайһы райондарҙа халыҡ һаны кәмегән?

Былтырғы ғинуар - ноябрь айҙары мәғлүмәттәре буйынса...  

Ҡайһы райондарҙа халыҡ һаны кәмегән?
Ҡайһы райондарҙа халыҡ һаны кәмегән?

Башстат белгестәре республиканың ҡайһы райондарында халыҡтың кәмеүе күҙәтелеүен билдәләгән. Был күрһәткес үткән йылдың ғинуар - ноябрь айҙарын үҙ эсенә ала.

Ошо ваҡыт эсендә республика буйынса тәбиғи кәмеү 11 355 кеше тәшкил итте, йәғни 1 000 кешегә 3,1 тура килә. 14 муниципалитетта был күрһәткес уртаса республика кимәленән юғарыраҡ, ә 49 район биләмәһендә кәмерәк. 2022 йылдың 11 айы эсендә Бөрйән һәм Өфө райондарында халыҡ артымы 1 000 кешегә 3 һәм 2,7 тәшкил иткән. Шулай уҡ Әбйәлил (+0,7), Баймаҡ (+0,5) райондарында, Нефтекамала (+0,5) халыҡ һаны бер ни тиклем артҡан.  

Халыҡтың кәмеүе буйынса “лидерлыҡ"ты Борай районы алған, тәбиғи кәмеү күрһәткесе бер мең кешегә 12,2 тәшкил иткән. Шулай уҡ Федоровка, Шаран, Стәрлебаш, Баҡалы райондарында тыуымға ҡарағанда үлем осраҡтары күберәк.

Фото: матрона.ру

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2023-01-24/ay-y-rayondar-a-haly-any-k-meg-n-3117556
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: