

Ефремкин ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванова саңғыла йөрөүселәрҙе сәләмләп, саңғыла йөрөү сәләмәтлекте нығыта, тәндең һығылмалылығын, хәрәкәтләнеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Беҙ өлкәндәр, балаларға саңғыла йөрөүҙең файҙаһын аңлатырға һәм өлгө булып торорға тейешбеҙ, - тине. Барыһына ла яҡшы кәйеф, уңыштар теләне.
Күлләр ауылы халҡы менән саңғыла йөрөргә саңғы ярыштары буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Миңлеғәли Абдуллин да килгәйне. Саңғысылар ҡышҡы урманда ауылдың апай-еңгәйҙәре әҙерләп торған табын артында рәхәтләнеп эҫе самауыр сәйе эсте. Улар үҙҙәрен ысын әкиәт донъяһында булғандай хис итте.
- Әлбиттә, ҡышҡыһын рәхәтләнеп саңғыла йөрөп ҡалығыҙ! Бөгөн беҙ ҙә саңғыларҙа урманға сәйәхәт ҡылдыҡ. Өлкән генә булыуға ҡарамаҫтан, саңғы ла йөрөргә теләгән еңгәй-апайҙарға ҙур рәхмәт. Беҙ сәләмәт тормош яҡлыбыҙ, ти "Айыҡ ауыл" программаһында ҡатнашыусы Күлләр ауылы халҡы.
Гөлсәсәк Аласова.