

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Өләсәйҙең йылыһы” хәйриә акцияһы дауам итә. Йөҙҙәрсә кеше яҡташтарына ярҙам итеү өсөн берләште. Улар ойоҡ бәйләй, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йыя, кейем тегә һәм уларҙы "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе ҡарамағындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына тапшыра.
Ил һәм егеттәр яҙмышына өлкән быуын вәкилдәре лә битараф түгел. Мәҫәлән, 99 йәшлек Вәзиғә Бәҙәмшина яугирҙәргә ярҙам итергә теләк белдергән. Өләсәй егеттәр өсөн бер нисә пар ойоҡ бәйләгән. Ул был эшкә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ өйрәнгән булған. Шул саҡта кескәй ҡыҙ совет яугирҙәре өсөн фронтҡа үҙенең тәүге бәйләгән ойоҡтарын ебәргән.
Вәзиғә Бәҙәмшина һалдаттарға хат та яҙған:
“Ҡәҙерле һаҡсыларыбыҙ, улдарыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ! Һуғыш йылдарын баштан үткәрҙем, һыуыҡты һәм аслыҡты кисерҙем. 1941 йылда фронтҡа посылкалар, хаттар ебәрә инек инде. Ҡыҙҙар ойоҡ, бәйләй бәйләне, махорка өсөн янсыҡ сигеп текте, хаттар яҙҙы. Малайҙар посылкалар өсөн йәшниктәр ҡатты, фронтҡа һүрәттәр эшләне. Һеҙгә еңел түгел. Нисек тә булһа ярҙам итке килә. Һәм бына, 90 йылдан һуң, тағы ла һалдаттарға ойоҡ бәйләйем. Һәр ойоҡбашты доға ҡылып, Хоҙай ярҙамына өмөтләнеп бәйләйем. Күңелемдең, ҡулдарымдың йылыһы һеҙгә көрәштә ярҙам итер. Белегеҙ, беҙ һеҙҙең ғәҙел ғәмәлдәрегеҙгә ышанабыҙ, Еңеүгә өмөтләнәбеҙ. Һеҙҙе яратабыҙ. Өйгә иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ”.
Фото: bashkortostan.er.ru