Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Ғинуар 2023, 04:34

Тыуған яҡ күстәнәсе

Мобилизацияланған егеттәргә ярҙам итеү буйынса изге эште яҡташтарыбыҙ бар йөрәге менән ҡабул итеп, хәленән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла.

Тыуған яҡ күстәнәсеТыуған яҡ күстәнәсе
Тыуған яҡ күстәнәсе

Эйе, мобилизацияланған ир-егеттәр юлға сығыу менән уларҙың туғандары ғына түгел, ә бар район халҡы уларға күстәнәстәр, йылы әйберҙәр ебәрә. Әлеге ваҡытта ла һәр ауылда һалдаттарға ярҙам йөҙөнән посылкалар әҙерләү дауам итә. Кемдер йылы әйберҙәр әҙерләй, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләй, бәғзе уңғанбикәләр киптерелгән ҡоротон оҙата. Бындай изге эшкә Ҡабаҡ ауыл Советы халҡы ла әүҙем ҡушылды.

- Махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә өй йылыһы итеп туҡмас әҙерләргә булдыҡ. Акцияла ҡатнашыусылар аҙыҡ-түлекте үҙҙәре килтерҙе. Продукция тәбиғи, экологик яҡтан таҙа, сөнки ул йорт йомортҡаларынан етештерелә. Был акцияның башланғысы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары араһында барлыҡҡа килде, беҙҙе ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов хупланы. Шунда уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лилиә Ғөбәйҙуллина, әйҙәгеҙ, тәүге сараны беҙҙең өйҙә үткәрәйек, тип тәҡдим итте. Бына шулай бөгөн беҙ бында йыйылдыҡ. Теләгәндәр күп булды һәм бөтәһе лә килде. Гүзәл заттарҙың барыһы л а дөйөм алғанда әүҙемселәр, ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда ҡатнашыусылар, был сарала ихлас ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күңел йылыһын һалып, көнө буйы ҡамыр йәйҙе, кипкән туҡмасты контейнерҙарға тултырҙы. Өйҙән алыҫта булғанда тыуған төйәк хаҡында иҫкә төшөрөү һәр саҡ күңелле. Айырыуса кесе ватан менән бәйләнеш һәм егеттәргә яҡташтарҙың ярҙамын тойоу мөһим,- ти Ҡабаҡ ауылыныңт ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәлиә Искәндәрова.

- Был сараны үткәреү минең күңелемдә күптән йөрөй ине, сөнки күрәбеҙ район, илебеҙ буйынса халҡыбыҙ хәрби хеҙмәттәге егеттәребеҙгә ярҙам итергә тырышалар  бит инде. Беҙҙә бына Ҡабаҡ ауыл Советы хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ҡабаҡ ауыл клубы бергәләшеп кәңәшләшеп, ошо сараны үткәрергә булдыҡ. Татар халҡының милли аҙығы – туҡмас эшләргә ҡарар иттек. Быға тиклем ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп, егеттәребеҙгә алып барып еткереп тапшырҙылар. Улар инде ауыл халҡына рәхмәт сәләмдәрен ебәрҙеләр. Шунан тағы уйланыҡ та ял иткән ваҡыттарында, госпиталдәрҙә балаларға халҡыбыҙҙың яратҡан туҡмасынан, йылы аштан ауыҙ итеүрҙәр тигән теләк менән башҡарҙыҡ. Был акцияны үткәреүгә йыйылышта халыҡҡа еткерҙек һәм улар беҙҙең уй-ниәттәребеҙҙе дәррәү күтәреп алды. Мобилизацияланған егеттәребеҙгә тыуған яҡ күстәнәстәре барып етеп, көс-ҡеүәт бирһен. Посылкаға ҡушып күңелдән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе белдереп, хат яҙып һалырға ла уйлайбыҙ. Был афәттәр тиҙерәк бөтөп, ата-әсәләре, ғаиләләре, балалары янына имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктәбеҙ,- тип һүҙгә ҡушылды мәҙәни ойоштороусы Хәлисә Әхмәтшина.

Изге күңел менән йыйылған посылкаларҙың яҡташтарыбыҙға барып етеүен һәм еңеү менән иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Киләсәктә лә хәлебеҙҙән килгәнсә батырҙарыбыҙға ярҙам итергә тырышырбыҙ. Тик берҙәм булғанда ғына беҙ көслөбөҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас