Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Ғинуар 2023, 09:01

"Тоҙлоҡто ошолай һаҡлайым"

Ҡунаҡ йыйғанда күп итеп һөҙлөк, йәки тоҙлоҡ артып ҡала.

"Тоҙлоҡто ошолай һаҡлайым""Тоҙлоҡто ошолай һаҡлайым"
"Тоҙлоҡто ошолай һаҡлайым"

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Аҫылбикә Мәжитова хужабикәләргә аш-һыу бешергәндә кәрәкле лайфхаҡ уртаҡлашҡан. 

"Өйрәк, ҡаҙ, йылҡы ите бешергәндә, бигерәк тә ҡунаҡ йыйғанда күп итеп һөҙлөк, йәки тоҙлоҡ артып ҡала. Шуны ошондай боҙ туңдырғыс ҡулайламала туңдырып һаҡлауы уңай.

Мин тоҙлоөто һуған турап ҡайнатып алам. Шунан һуғанын һөҙөп алып, ваҡ ҡына итеп турап укроп ҡушып, шыйыҡлыҡ йылымысланғас, пакетиктарға ҡоям.

Ҡапыл ғына билмән бешерәм тиһәң, һыуына хуш еҫле һөҙмәне һындырып һалып ебәрәһең, бүтән төрлө аш-һыуға ла өҫтәргә була.
Ә бындай пакетиктар супермаркеттарҙа һатыла", - тигән ул.

Ысынлап та, билмән һурпаһына хуш еҫ, тәм бирә бит инде бындай тоҙлоҡ. "Магги" шаҡмаҡтары ара торһон! 

Фото: https://vk.com/id95124931

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас