

Тәтешле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған Нефтекама реабилитация үҙәге филиалында булды.
Филиал Үрге Тәтешлелә 2002 йылдан эшләй. Бында балаларға медицина, психологик, педагогик, социаль реабилитация үткәрелә. Үҙәк директоры Зилә Гәрәева әйтеүенсә, 2017 йылдан алып бында кесе йәштәге балаларға ла ярҙам күрһәтелә.
– Беҙҙең филиалдар Балтас, Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ла эшләй. Тәтешле филиалы реабилитацияға Тәтешле һәм Ҡалтасы райондарынан балаларҙы ҡабул итә, – тине етәксе. Тәтешле филиалы мөдире Айгөл Мөхәмәтйәнова балаларҙың ижади һәм физик үҫешенә иғтибар биреүҙәрен һөйләне. Бында төрлө конкурстарҙа еңеүселәр ҙә, “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” бәйгеһендә ҡатнашҡандар ҙа бар икән.
Радий Хәбиров дауалау һәм администрация корпустарында булды, ашхана, тренажерҙар залы, уйын бүлмәһен күрҙе һәм, әлбиттә, балалар менән танышты.
Һөйләшеү барышында филиал хеҙмәткәрҙәре реабилитация үҙәктәре педагогтарының хеҙмәт хаҡы мәсьәләһен дә күтәрҙе. Был категория Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы хеҙмәт хаҡы индексацияланған мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре исемлегенә инмәй. Радий Хәбиров Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был мәсьәләне иғтибарға алырға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.