Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Ғинуар 2023, 16:48

Мортаза Рәхимовтың туғаны уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһында уның туғаны, еңгәһе Фәрзәнә Рәхимова Мортаза Рәхимов тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Мортаза Рәхимовтың туғаны уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаштыМортаза Рәхимовтың туғаны уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты
Мортаза Рәхимовтың туғаны уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

«Мортазаның өлкән ағаһы Гәрәйҙең ҡатыны булам, 1955 йылда Рәхимовтарға килен булып төштөм. Мортаза Ғөбәйҙулла ул ваҡытта техникумда уҡып йөрөй ине. Беҙ уның менән бала саҡтан таныш, Тәүәкән ауылында үҫтек. Йәштән үк бик хәстәрлекле булды, яҡындары өсөн өҙөлөп торҙо.

Ауылға ҡайтҡанында бесәнен дә сапты, утынын да ярҙы, ағаһы менән комбайн да ремонтланы. Бер эштән дә баш тартманы, ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Мин уға рәхмәтлемен. Юғары вазифала эшләй башлағас та, тыуған төйәгенә йыш ҡайта торғайны. Минең балаларымды бик яратты.

Башҡортостан өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы, республиканың абруйын күтәрҙе, быны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ», – тине Фәрзәнә Рәхимова.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-13/na-tseremonii-proschaniya-rodstvennitsa-murtazy-rahimova-podelilas-lichnymi-vospominaniyami-o-nem-3103563

Автор:Ләйсән Закирова, Ләйлә Аралбаева
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-01-13/mortaza-r-himovty-tu-any-uny-tura-ynda-h-tir-l-re-men-n-urta-lashty-3103816
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас