Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Декабрь 2022, 15:53

«Теге украиндарҙың БТР-ын урлаған егет...»

Социаль селтәрҙә СВО-ла ҙур батырлыҡ ҡылған Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов тураһында төрлө насар хәбәрҙәр йөрөй. Ышанмағыҙ, улар ялған!

«Теге украиндарҙың БТР-ын урлаған егет...»«Теге украиндарҙың БТР-ын урлаған егет...»
«Теге украиндарҙың БТР-ын урлаған егет...»

Бөгөн «Ватсап» мессенжерында чаттарҙа бер-бер артлы Фәнис Хөсәйеновтың һәләк булыуы тураһында хәбәр таралды.

«Тәтешле егете һәләк булған, исеме Фәнис. Теге украиндарҙың БТР-ын урлаған егет... Снайпер эләктергән, бик йәл. Шундай ихлас, ябай, шаян егет ине», - тип ҡайғы уртаҡлашырға ла өлгөргән ҡайһы берәүҙәр. 

Шул уҡ ваҡытта Тәтешле районы хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, был фейк хәбәр, әлегә бер ниндәй ҙә рәсми мәғлүмәт юҡ.

Имен-һау йөрөп ҡайт, Фәнис!

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-12-19/tege-ukraindar-y-btr-yn-urla-an-eget-3078716

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас