Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 10:57

Табиптарҙың эш хаҡы артасаҡ

БДМУ ректоры Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағас, республикала һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ыңғай үҙгәрештәр тураһында һөйләне

Табиптарҙың эш хаҡы артасаҡТабиптарҙың эш хаҡы артасаҡ
Табиптарҙың эш хаҡы артасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау темаһына ҙур иғтибар бүленде.

– Иң мөһим бурысыбыҙ – беренсел звеноны нығытыу. Кешенең участка табибына йәки тар йүнәлешле белгескә шылтырата йәки ҡабул итеүгә яҙыла алмауына юл ҡуйырға ярамай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы адресына тейешле иҫкәрмәләрҙән һуң, әлбиттә, саралар күрелде. Ләкин миҙгел сирҙәренә ҡарамаҫтан, ошо мәсьәләне даими контролдә тотоуҙарын һорайым, – тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы һуңғы йылда төҙөлгән һәм төҙөләсәк медицина объекттарын һанап сыҡты һәм кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен дә күтәрҙе.

– Объекттар төҙөйбөҙ, ә был дауаханаларҙа кем эшләйәсәк? Ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары кадрҙар мәсьәләһендә мөһим ярҙам булды. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан беренсел звено һәм ашығыс ярҙам табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә түләнә. Йәш белгестәрҙең ауыл медицинаһына килеүенә беҙҙең “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары, шулай уҡ ауыл медиктары һәм тар белгестәр өсөн программалар ярҙам итә. Улар буйынса быйыл 117 медицина хеҙмәткәре дөйөм суммаһы 126 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре алды, - тине Радий Хәбиров.

Был турала үҙ фекерҙәре менән Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов уртаҡлашты.

– Пандемия башланғас, республика башлығы медицина йәмәғәтселегенә, бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһына пандемиянан көслөрәк булып сығыу, ошо ваҡытты үҫеш өсөн файҙаланыу бурысын ҡуйҙы. Һәм беҙ бөгөн аныҡ һөҙөмтәләр күрәбеҙ.

Заманса модулле госпиталдәр төҙөлдө. Әле, көн һайын 150 самаһы кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуға ҡарамаҫтан, дөйөм селтәрҙәге бер дауалау учреждениеһы ла ябылмаған. Был турала республика башлығы әйтте. Ул шулай уҡ беренсел звеноға ҙур суммала капитал һалыуҙы билдәләне. Быйыл ғына 250 самаһы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөкләндерелгән һәм сафҡа индерелгән. Дауаханалар, ауыл табип амбулаториялары төҙөкләндерелә һәм йыһазландырылыуын дауам итә.

Икенсе яҡтан, республика юғары технологиялы медицина ярҙамы үҙәктәрен төҙөй. Республика балалар клиник дауаханаһында балалар онкологияһы үҙәге әүҙем төҙөлә һәм оҙаҡламай сафҡа инәсәк. Дауахана менән берлектә беҙ уның өсөн кадрҙар әҙерләйбеҙ. Беҙҙең табиптар һәм ординаторҙар илебеҙҙең алдынғы онкология үҙәктәрендә белем ала. Ғөмүмән, республикала һәр кем квалификациялы ярҙамды тиҙ, сифатлы һәм бушлай алһын өсөн барыһы ла эшләнә, – тине ул.

Фото: Башинформ. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас