Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Декабрь 2022, 10:31

Һәр төҙөлөштө күҙәтеп барам – Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына объекттар тураһында

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейы алдынан уға айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Өфө ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.

Һәр төҙөлөштө күҙәтеп барам – Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына объекттар тураһындаҺәр төҙөлөштө күҙәтеп барам – Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына объекттар тураһында
Һәр төҙөлөштө күҙәтеп барам – Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына объекттар тураһында

«Бөтә объекттарҙы ла һанап бөтөү мөмкин түгел, улар бихисап һәм тиҫтә йылдар дауамында кешеләргә хеҙмәт итәсәк. Һәр төҙөлөштө күҙәтеп барам, бөгөнгә бөтә эштәр ҙә ваҡытында башҡарыла. Йорттарҙы һәм ихаталарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы, юлдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, Ағиҙел аша тарихи күперҙе яңыртабыҙ, ҙур транспорт объекттары төҙөйбөҙ. Тиҙҙән республика халҡы һәм ҡунаҡтары яңы мөмкинлектәрҙе баһалай, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын тулыһынса тоя аласаҡ. Баш ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы кимәлдә уҙғарырбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/poslanie22/2022-12-15/kazhduyu-stroyku-derzhu-v-pole-zreniya-radiy-habirov-ob-ob-ektah-k-450-letiyu-ufy-3072876

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас