+24 °С
Ямғыр


Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылында йәшәгән Хәлиҙә һәм Рәзит Яманһаровтарҙың ғаиләһе ҙур шатлыҡ кисерҙе. Уларҙың улдары Рәмил йыл ярым хәрби хеҙмәт юлын үтеп, тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан. Ул хәрби хеҙмәтен тултырғандан һуң контракт төҙөп, туғыҙ ай махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан.
Һалдатты ата-әсәһе, туғандары һәм ауылдаштары ҡаршылаған. Рәмилдең ата-әсәһенең шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ. Ил именлеге һағына баҫҡан яҡындарын һәр кемгә ошолай ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын!
Сығанаҡ: vk.com/public29350652 (“Даирә” гәзите).
Фото: видеонан скриншот.