

Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл. Шул айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уның “Туған тел” шиғырының төрлө халыҡтар телдәрендәге тәржемәһенән йыйынтыҡ әҙерләп баҫтырҙы. Шиғыр 45 телдә яңғырай.
Шуныһы ауаздаш, Рәми Ғарипов үҙе лә тәржемә менән әүҙем шөғөлләнеп, донъя әҙәбиәттәре әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарыу менән шөғөлләнгән. Бөгөн килеп уның үҙенең бөйөк әҫәре төрлө телдәрҙә уҡыла.
Был йыйынтыҡ өҫтөндә Башҡортостандан шағирә Лариса Абдуллина, Беларусь Республикаһынан Светлана Быкова, рәссам Азамат Ғарипов, дизайнер Анатолий Корнеев эшләгән.
Китапҡа баш һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙған.
"Башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса республикала ҙур эш алып барыла. Уның ижадын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып ололарға тиклем яҡшы белә һәм ярата.
Рәми Ғарипов башҡорт теленә бихисап донъя әҙәбиәте өлгөләрен тәржемә иткән. “Тәржемә – ул иң шәп шиғри мәҙәниәт, ул – оҫталыҡ һәм тел мәктәбе”, – тип яҙа ул көндәлектәрендә. Шағирыбыҙҙың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Туған тел” шиғырын төрлө халыҡ телдәренә тәржемә йыйынтығын әҙерләне.
Был китап мәшһүр шағирыбыҙҙың ижадын популярлаштырыуҙа һәм туған телдәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнар, тип ышанам.
Туған тел – халыҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен, уның күңелен, рухиәтен сағылдырған изге ҡомартҡы. Туған телдәр ошо йыйынтыҡта бергә тупланған һымаҡ, һәр милләт тә бөгөн берҙәмлек һағында булһын!" - тигән ул.